Мәсетле тормошо
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һайлау
26 Июнь 2020, 13:00

Комиссиялар эш башланы

Беҙҙең районда Рәсәй Федерацияһы Конституция-һына үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреүҙең нисек үтеүе тураһында Мәсетле районы территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Гөлнара Бикташева һөйләне.

“Бөгөнгә район территорияһында 44 һайлау участкаһы эшләй. 23 июндә һайлау бюллетендәре, һайлаусылар исемлеге килде. Участкаларҙа Бөтә Рәсәй тауыш биреү процесын ойоштороу өсөн бөтә шарттар булдырылған.
25 июндән алдан тауыш биреү башланды ла инде. Был коронавирустың таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн эшләнә. Граждандар араһында дистанцияны һаҡлау, кешеләр күпләп йыйылмаһын өсөн һайлау участкаларына алдан килеп тауыш бирергә йәки өйҙә тауыш биреү өсөн ғариза яҙырға мөмкин. Участка комиссиялары саҡырыу буйынса өйҙәргә йөрөй башланы ла инде.
25-нән 29 июнгә ҡәҙәр комиссиялар 13-тән 14 сәғәткә тиклем тәнәфес менән 8-ҙән 20 сәғәткә тиклем эшләй, 30 июндә – 10-дан 14 сәғәткә тиклем. Тауыш биреү көнөндә, 1 июлдә, граждандар-ҙы иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем көтәбеҙ.
Һайлау участкалары, комиссия ағзалары, полиция хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр, күҙәтеүселәр бөтә шәхси һаҡлау кәрәк-ярағы – битлектәр, бирсәткәләр, дезинфекция саралары менән тәьмин ителгән. Хәүефһеҙлек саралары шулай уҡ тауыш биреүселәр өсөн дә ҡарал-ған.
1 июлдәге һайлауҙы ойоштороусыларҙың төп маҡсаты – һәр һайлаусыға тауыш биреүҙең көнө, урыны һәм ваҡыты тураһында тулы мәғлүмәт еткереү, шулай уҡ һайлауҙы ойоштороу, бөтә шарттар булдырып, һайлаусыларҙы участкаларҙа көтөү.
Һорауҙарығыҙ килеп тыуған осраҡта, комиссия ағзалары һеҙгә тулы квалификациялы яуап бирергә әҙер. Беҙҙең координаталар: Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Ленин урамы, 20, 14-се бүлмә. Телефондар: 2-03-25, 2-03-26.
Беҙҙең районда һайлауҙы ойоштороусыларҙың эшлекле командаһы булдырылған. Комиссияларҙа 240-тан ашыу кеше эшләй. Улар төрлө кимәлдәге һайлауҙарҙа беренсе йыл ғына ҡатнашмай. Шуға күрә быйылғы тауыш биреүҙе лә сифатлы итеп ойоштора һәм үткәрә алырыбыҙға ышанам.
Хөрмәтле мәсетлеләр! Һеҙҙең барығыҙҙы ла райондың һайлау участкаларында көтәбеҙ!”
Оло Ыҡтамаҡ ауылы һайлаусылары иғтибарына!
Кем ҡайҙа тауыш бирә?
1. 2604-се һайлау участкаһы (Йәштәр урамы, 8, Башҡорт гимназияһы бинаһы).
Урамдар: Интернационал, Бер туған Жильцовтар, Акулов, Ватолин, Запольских, Йәштәр, Сиренле, Ҡояшлы, Салауат Юлаев, Мелиораторҙар, Йәшел, Сәскәле, Ҡайын сауҡалығы, Пушкин, 8 Март, Сейәле, Йәйғор, Рубин, Сәнәғәт.
2. 2605-се һайлау участкаһы (Ленин урамы, 15, Балалар сәнғәт мәктәбе бинаһы).
Урамдар: Тыныслыҡ, Ленин (1-се өйҙән алып 13-16-сы өйҙәргә тиклем ), Төҙөлөш, Ключевой, Совет (33-38-се өйҙәрҙән алып урам осона тиклем), Мәктәп, Т. Онкин, Сәнәғәт.
3. 2606-сы һайлау участкаһы (Ленин урамы, 19, район Мәҙәниәт һарайы бинаһы).
Урамдар: Тау, Октябрь, Память Коммуны, Тракт (1-2-се өйҙәрҙән алып 34-39-сы өйҙәргә тиклем), Теплица, Петр Филиппов, Юбилей, Үҙәк, Иван Крючков, Йырын, Ленин (28-се өйҙән урам осона тиклем), 1 Май, Степан Чусов, Совет (1-се өйҙән алып 31-36-сы өйҙәргә тиклем).
4. 3474-се һайлау участкаһы (Йәштәр урамы, 8, Башҡорт гимназияһы бинаһы, башлан-ғыс кластар яғынан инергә).
Урамдар: Революция, Көньяҡ, Урман, Болон, Яңы, Урал, Космонавтар, Әй.
5. 3475-се һайлау участкаһы (Мәктәп урамы, 8, 1-се лицей бинаһы, башланғыс кластар яғынан инергә).
Урамдар: Курорт, Урмансылар, Ҡарағай, Баҡса, Чапаев, Яр буйы.
6. 3476-сы һайлау участкаһы (Мәктәп урамы, 8, 1-се лицей бинаһы).
Урамдар: Энергетиктар, Балашов, Колхоз, Сәнәғәт, Тракт (36 – 56 йорттар), Көнсығыш.
7. 3477-се һайлау участкаһы (Тракт урамы, 11 “А”, Оло Ыҡтамаҡ ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте бинаһы).
Урамдар: Еңеү, Төньяҡ тыҡрығы, Төньяҡ, Күпер, Пролетарҙар.