Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һайлау
23 Июнь 2020, 12:05

Тауыш биреү көнөнә ҡағылышлы һорау һәм яуаптар

Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко “Һайлау-2020: һайлау хоҡуғы һәм барышында яңылыҡтар” матбуғат-конференцияһында Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса һайлау барышының бөтә нескәлектәре тураһында һөйләне. Был көндө һорауҙар күп булды. Бына уларҙың бер нисәһе.

– Тауыш биреү көнөнә тиклем ике аҙнанан әҙерәк ваҡыт ҡалды. Һайлау комиссиялары ниндәй эштәр баш-ҡарҙы?
– Эш ике йүнәлештә алып барыла. Ул тауыш биреү барышын үткәреүгә, шулай уҡ бөтә санитар нормаларҙы һәм талаптарҙы күҙәтеүгә әҙерлек.
Тәүгеһе тауыш биреү өсөн биналар, технологик йыһаздар һәм ойоштороу техникаһы әҙерләүҙе, шулай уҡ тауыш биреүҙә ҡатнашыусыларға тауыш биреү көнө һәм ысулдары тураһында мәғлүмәт еткереүҙе үҙ эсенә ала. Территориаль һайлау комиссияларында участка һайлау комиссиялары ағзаларын уҡытыу, уларҙы дөйөм Рәсәй тауыш биреү тәртибе менән таныштырыу ойошторолған. Бынан тыш, КОИБ операторҙары өсөн дә уҡытыу уҙғарыла.
Информацион эш алып барыла. Муниципаль берәмек территорияларында баннер-ҙар эленгән. Тейешле хәбәр-ҙәр киң мәғлүмәт саралары, социаль селтәрҙәр аша еткерелә.
Эшебеҙҙең икенсе йүнәлеше – тауыш биреүҙә ҡатнашыусыларҙы хәүефһеҙлек менән тәьмин итеү саралары. Бөгөнгә һайлау комиссиялары тарафынан һайлау комиссияһы ағзалары, шулай уҡ битлектәре һәм бирсәткәләре булмаған тауыш биреүселәр өсөн шәхси һаҡлау саралары алынған.
Дезинфекция саралары етәрлек күләмдә һатып алын-ған, тауыш биреү көнөндә бер-ике сәғәт һайын биналарҙы зарарһыҙландырыу ҡаралған.
– Киң мәғлүмәт сараларында, Роспотребнадзор тауыш биреүҙә хәүефһеҙлек буйынса яңы тәҡдимдәр индергән, тигән мәғлүмәт бар.
– Ысынлап та, 10 июндә Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы Роспотребнадзорҙың федераль хеҙмәте менән берлектә хәүефһеҙ тауыш биреүҙе ойоштороу буйынса яңы тәҡдимдәр әҙерләне.
Шулай итеп, тәҡдимдәр араһынан бөтә ил буйлап һайлау комиссияһы ағзаларын коронавирусҡа мотлаҡ тест үткәреү тураһындағы ҡағиҙә алып ташланды. Документтың яңы версияһына ярашлы, был һорауҙы төбәктәр ҡарамағына ҡалдырҙылар.
Хәҙер тестар эпидемиологик хәлгә ҡарап үткәреләсәк.
Тәҡдимдәрҙә шулай уҡ һайлау участкаларын саф һауала ойоштороуға аныҡлыҡ индерелде. Тәүге версияла мөмкин булғанса тауыш биреүҙе асыҡ һауала ойоштороу тәҡдим ителә ине. Тауыш биреүҙең бындай төрө иң ҡулайлыһы тип билдәләнде. Шулай уҡ верандалар, армия палаткалары, тент һәм һауа шарттарынан һаҡлаған башҡа ҡулайламалар ҡулланырға тәҡдим ителде. Хәҙер быны ғәҙәттән тыш осраҡта, бина хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә тап килмәгәндә генә эшләргә тәҡдим ителде.
Ахырҙа, комиссия ағзаларына паспортты ике метрҙан түгел, ә комиссия ағзалары күрерлек итеп күрһәтергә кәрәк.
Тауыш биреүҙә ҡатнашыу-сыларҙың барыһын да шәхси һаҡлау саралары файҙаланыр-ға, социаль дистанция һаҡлар-ға саҡырам. Граждандарҙың тауыш биреүҙең төрлө формаларын ҡулланыуы мөһим. Ул саҡта инде 1 июлдә участкаларҙа сират булмаясаҡ һәм беҙ коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефен минималләштерә аласаҡбыҙ.
Әгәр ҙә бөтә санитар талаптарҙы үтәгәндә, 1 июлдә тауыш биреү урындары иң хәүефһеҙе буласаҡ. Һайлау участкаларына барып килеү, магазинға ҡарағанда ла хәүеф-һеҙерәк буласаҡ.
– Әгәр ҙә тауыш биреүгә барырға теләүсенең температураһы күтәрелһә, уға нимә эшләргә? Һайлау участкаһына барырғамы-юҡмы?
– Мин бөтә граждандар-ҙы ысынбарлыҡҡа яҡыныраҡ булырға саҡырам. Әгәр ҙә үҙегеҙҙе насар тояһығыҙ икән, өйҙә ҡалығыҙ. Һайлау комиссияһы ағзаларын һәм табип саҡыртығыҙ. Ул бәйләнешһеҙ тауыш бирәсәк. Тауыш биреүҙең бындай технологияһы әҙерләнгән дә инде. Атап әйткәндә, тауыш биреүҙең үҙен үткәргәндә граждан, санитар дистанцияны күҙәтеп, паспортын күрһәтергә тейеш. Бынан һуң участка комиссияһы ағзаһы гражданға бюллетень, битлек, бирсәткә, авторучка, өйҙә тауыш биреү тураһындағы ғариза һалынған комплект тапшырасаҡ. Комиссия ағзалары һәм күҙәтеүселәр тауыш биреү барышында санитар дистанцияны күҙәтәсәк.
Тауыш биргәндән һуң граждан бюллетенде тауыш биреү өсөн күсмә йәшниккә төшөрә, ғаризаны махсус пакетҡа һала.
– 65 йәштән өлкәндәр нисек тауыш бирергә тейеш?
– Республика Башлығы ҡарарына ярашлы, төбәктә 65 йәш һәм унан өлкәнерәк граждандар өсөн үҙизоляция режимы һаҡлана. Шуға күрә был категорияға ҡараған граждандарға өйҙә тауыш биреү ысулы иң уңайлыһы.
Өйҙә тауышты 1 июль көндө, шулай уҡ 25-нән 30 июнгә тиклем бирергә мөмкин. Бының өсөн алдан яҙма ғариза бирергә йәки тейешле һайлау участкаһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта ғаризаны тауыш биреүҙә ҡатнашыусы үҙе, мәҫәлән, һайлау участкаһы телефонына шылтыратып, шулай уҡ туғаны йәки социаль хеҙмәт вәкиле бирә ала.
– Дөйөм Рәсәй тауыш биреү тураһында мәғлүмәтте ҡайҙан табырға була?
– Дөйөм Рәсәй тауыш биреүҙе ойоштороу һәм үткәреү буйынса бөтә тулы мәғлүмәт Рәсәй һәм Башҡорт-остан Республикаһы үҙәк һайлау комиссиялары сайтында бар. Бынан тыш, конституция2020.рф тигән махсус сайт булдырылған.
Рәсәй ҮҺК-һы Мәғлүмәт-белешмә үҙәгенең 8-800-20-000-20 телефонына мөрәжәғәт итергә була. БР Үҙәк һайлау комиссияһының “ҡыҙыу линия”һы эшләй, уның һандары: 8 (347) 280-95-06, 280-96-34.