Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һайлау
23 Июнь 2020, 13:00

Мөрәжәғәт

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәшит ҒӘТИӘТУЛЛИН:

“Хөрмәтле Мәсетле районы халҡы! Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреү үтә лә мөһим ваҡиға. Һәр көн беҙ бөтә донъя буйлап социаль-иҡтисади ысынбарлыҡтың үҙгәргәнен күрәбеҙ. Илебеҙ тотороҡло үҫешһен өсөн уның ваҡытҡа тап килгән Конституцияһы булырға тейеш.
Үҙгәрештәргә ярашлы дәүләт тарафынан ғаиләләргә ярҙам итеүгә һәм балалар-ҙы яҡлауға тағы ла күберәк саралар бүленәсәк. Ғәмәлдәге бөтә ярҙам итеү программалары (әсәлек капиталы, льготалы ташлама, вуздарҙа бюджет урындар) һаҡланып ҡаласаҡ. Дәүләт шулай уҡ ата-әсә ҡарауынан ҡалған балалар өсөн яуап-лылыҡты үҙ өҫтөнә аласаҡ. Ә улар, 2020 йылдың 1 апреленә ҡарата бирелгән мәғлүмәттәр буйынса, 40 меңдән ашыу.
Конституцион үҙгәрештәргә һалынған принциптар-ҙың ыңғай яғы бөгөндән үк күренә башланы. Улар бала ҡарау буйынса айлыҡ пособиеларҙың артыуында, төрлө йәш категорияһына ҡараған балалары булған граждандарға өҫтәмә түләүҙәрҙә сағыла.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә айырым өҫтөнлөк бирелә. Эпидемия поликлиникалар-ҙы һәм дауаханаларҙы үҙгәртеп ҡороуҙы тиҙләтергә мәжбүр итте. Дауалау сифаты, кеше илдең ниндәй төбәгендә йәшәүенә ҡарамаҫтан, бер төрлө булырға тейеш.
2020-2024 йылдарҙа медицинаны үҫтереүгә төбәктәр 550 млрд һум аласаҡ. Уның 90 проценты – федераль средстволар. Дәүләттең бөтә учреждениелары, медицина хеҙмәткәрҙәре льготаларға һәм социаль пакеттарға эйә булһын, ә ҡала һәм ауылдарҙа табиптар тигеҙ шарттарҙа йәшәһен өсөн, берҙәм һәм яйға һалынған механизм буйынса эшләргә тейеш.
Республика пландарында – балалар өсөн яңы онкология үҙәге төҙөү һәм кардиоүҙәкте реконструкциялау. Рекордлы ваҡыт эсендә яңы инфекцион дауахана һалынды. Ауылдарҙа ФАП-тар төҙөлә. Республика бюджеты менән ауыл ерендә эшкә урынлашыусы йәш белгестәргә аҡса бүлеү буйынса программалар ҡаралған. Фельдшерҙарға 500 мең һәм табиптарға 1 млн һум күләмендәге түләүҙәр һаҡланасаҡ.
Конституция Бөйөк Ватан һуғышындағы ата-бабаларыбыҙ батырлығының ҡаҡшамаҫ икәнлеген нығытып ҡуясаҡ. Был төҙәтмә шулай уҡ Башҡортостандың күптәнге йолалары булған һәм Ватанға тоғро республика икәнлегенә бәйле. Быға сағыу миҫал булып 1812 йыл-ғы Ватан һуғышы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һәм генерал М. М. Шайморатов тарихы тора.
Һәм был Конституциялағы төҙәтмәләрҙең өҫтөнлөктәренең тик бәләкәй бер өлөшө генә.
Башҡортостан үҙенең тарихы, халҡы һәм Рәсәй менән айырылмаҫ бәйләнеше менән ғорурлана”.