Бөтә яңылыҡтар
Һайлау
10 Сентябрь 2019, 12:00

Башҡортостанда һайлау нисек үтте

Республика халҡы өсөн йылдың төп ваҡиғаһы артта ҡалды. Төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың һис шикһеҙ еңеү яулаясағына шикләнгән кеше һирәк булғандыр. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, уның өсөн бер миллион ярым кеше – һайлауҙа ҡатнашыусыларҙың 80 проценты үҙ тауышын бирҙе.


Үҙәк һайлау комиссияһы белдереүенсә, дөйөм исемлектәге һайлаусыларҙың 72 проценты, йәғни ике миллиондан ашыу кеше үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне. Был – яңы губернатор һайлаған 16 төбәк араһында халыҡтың әүҙемлеге буйынса иң яҡшы күрһәткес. Шулай уҡ беҙҙәге һайлауҙа бер кандидат өлөшөнә иң күп тауыш тура килгән – 1,77 миллиондан ашыу һәм иң күп – һигеҙ дәғүәсе көс һынашҡан.

Һайлаусыларҙың әүҙемлеге буйынса иң алдынғылар — Сибай — 73,64% һәм Күмертау — 70,94%. Райондар араһында — Тәтешле — 94,53%, Салауат — 91%, Ҡариҙел — 87,87%.

— Беҙ халыҡ әүҙем тауыш бирер тип өмөт иттек һәм бының өсөн арыу уҡ тырышлыҡ һалдыҡ: һәр муниципалитетта һайлаусыларҙы йәлеп итеү буйынса төрлө акциялар уҙғарылды. Тауыш биреүселәр ни тиклем күберәк булһа, һайлау шул тиклем легитим үтә. Ҡайһы бер райондарҙа төшкә тиклем үк халыҡтың яртыһы үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгән ине, — тип билдәләне республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин.

Ҡыҙыҡлы күҙәтеү: «Социс-эксперт» социология үҙәге идараһы рәйесе Рөстәм Латыпов әйтеүенсә, үҙ тауышын биреп, участканан сыҡҡан кешеләр араһында үткәрелгән һорау алыуҙар (эксит-пулдар) күрһәтеүенсә, һайлауҙа ҡатнашыусыларҙың күбеһе — ҡатын-ҡыҙҙар. Тимәк, Башҡортостан Башлығы вазифаһын кем биләйәсәген тап улар хәл итте.

Бойондороҡһоҙ эксперттар һайлау барышында етди тәртип боҙоуҙарға юл ҡуйылмауын билдәләне — көн дауамында участкаларҙа Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзалары эшләне.

Әйткәндәй, хәл-торош менән таныш сығанаҡтан алынған мәғлүмәткә ярашлы, Радий Хәбировтың штабында һигеҙ генә кеше эшләгән, ул штабтың эшмәкәрлегенә бөтөнләй тиерлек ҡыҫылмаған, бер генә тапҡыр ултырышта ҡатнашҡандан һуң республика буйлап сираттағы эш сәфәренә юлланған.


Артабан нисек буласаҡ?

Законға ярашлы яңы һайланған төбәк Башлығы инаугурация ваҡытында ант биргәндән һуң үҙ вазифаһын тулыһынса башҡара башлаясаҡ. Радий Хәбиров был сараның 19 сентябрҙә үтәсәген белдерҙе. Уның барышында яңы һайланған республика Башлығы ике дәүләт телендә халыҡҡа, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына тоғро хеҙмәт итәсәге хаҡында ант бирә. Анттың йөкмәткеһе түбәндәгесә:

«Башҡортостан Республикаһы Башлығы вәкәләттәрен башҡарғанда Башҡортостан Республикаһының күп милләтле халҡына тоғро хеҙмәт итергә, Башҡортостан Республикаһының дәүләтселеген нығытырға һәм яҡларға, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһын үтәргә, кеше һәм граждандың хоҡуҡтарын, иркен гарантияларға ант итәм».

Шул уҡ сара ваҡытында ул алдан билдәләнгән премьер-министрҙы һәм хөкүмәттең яңы структураһын иғлан итә.

— Хөкүмәт башлыса үҙ урынында ҡаласаҡ. Кешеләрҙе ҡарау-һынау өсөн ваҡытым булды, әлеге команда менән эшләргә мөмкин. Үҙем өсөн иң төп һорауҙың асылы түбәндәгесә булды: 11 ай эсендә кешеләрҙе ышандырырлыҡ итеп дөрөҫ йүнәлештә эшләп китә алырмынмы? Тәү сиратта, һайлаусыларға берҙәм һәм яуаплы булғандары өсөн рәхмәт әйткем килә. Әүҙемлек мине һөйөндөрҙө, — тине Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе уның тәүге указдарының береһе республиканың киләһе биш йылға — 2024 йылғаса үҫеш стратегияһына ҡағылышлы буласағы хаҡында белдерҙе. Ул ниндәйҙер кимәлдә «май Указдарына» оҡшаш итеп эшләнәсәк, әммә документта нисә мәктәп, дауахана, спорт һәм мәҙәниәт объекты төҙөләсәге, эш хаҡы күпме тәшкил итәсәге һәм башҡалар аныҡ һандар менән билдәләнәсәк.


Яңы Башлыҡтан нимә көтәләр?

— Башҡортостандың яңы етәксеһе республиканың «ныҡлы аяҡҡа баҫыуына» һәм тотороҡло осор етеүгә булышлыҡ итер, тип ышанам. «Тотороҡлолоҡ». Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан халҡы ошо һүҙҙе «һағынды», сөнки ҡоро һүҙ һөйләүҙәр, урын-еренә, аҙағынаса еткерелмәгән ҡарарҙар күп булды. Бөгөн тотороҡлолоҡ мөһим. Беҙгә берләшергә, бер-беребеҙ менән мөнәсәбәт асыҡлауҙан туҡтарға кәрәк. Кешеләр матур йәшәһен өсөн бер маҡсатлы булып эшләргә тейешбеҙ, — тине Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Ростислав Мырҙағолов.

Рәсәйҙә һәм донъяла билдәле ҡала мөхитен өйрәнеүсе, М.В. Ломоносов исемендәге МДУ-ның иҡтисад факультетындағы «Мәҙәниәт иҡтисадын, ҡала үҫешен һәм креатив индустрияларҙы тикшереү үҙәге» уҡытыу-фәнни лабораторияһы мөдире Сергей Капков Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа тормоштоң йәнләнеүен билдәләне.

— Һеҙҙә бик күп форумдар, фестивалдәр үтә, улар ҡыҙыҡлы, көнүҙәк һәм заман талаптарына ярашлы. Төҙөкләндереү бер плитәне икенсеһенә алмаштырыу ғына түгел, ул – идара итеү алымдарын яңыртыу, республиканың өҫтөнлөклө үҫеш йүнәлештәрен дөрөҫ билдәләү. Башҡортостанда был йүнәлештәрҙең яңырыуына ҡыуанам. Булғанды ҡәҙерләү, тағы ла арттырыу мөһим, — тине ул.


Мәсетле районы буйынса республика Башлығын һайлауҙа ҡатнашыусылар һаны 85,2% тәшкил итте. Кандидаттар араһында тауыштар ошолай бүленде: Владимир Барабаш – 0,37%, Зөлфиә Ғайсина – 1,1%, Юрий Игнатьев – 0,42%, Рәфис Ҡадиров – 0,81%, Владимир Кобзев – 0,37%, Юнир Ҡотлоғужин – 5,24%, Иван Сухарев – 0,9%, Радий Хәбиров – 90,36%.