Мәсетле территораль һайлау комиссияһында туғыҙ ағза һәм ситтән килеүсе ике кеше эшләй.
Улар граждандарҙың һайлау хоҡуҡтарын яҡлауҙы күҙәтә, участка һайлау комиссияларын тейешле техник саралар менән тәьмин итеү буйынса саралар күрә, тауыш биреү йомғаҡтарын асыҡлауҙың берҙәм тәртибен булдыра.
Мәсетле районы буйынса көндөҙгө сәғәт 12-гә бөтәһе 5879 кеше (33,7%) тауыш биргән.