Бөтә яңылыҡтар
Һайлау
8 Сентябрь 2019, 19:03

Райондың исемле һайлау участкаһында

Бөгөн республикала алты исемле һайлау участкаһы эшләй. Уларҙың береһе Мәсетле районында урынлашҡан.



Ләмәҙтамаҡ ауылының 2629-сы һайлау участкаһы 2015 йылдан 1-се һәм 2-се Ватан һуғышы ордены кавалеры, “Бейек Татр” партизандар отряды командиры, БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы Вафа Әхмәҙуллин исемен йөрөтә.

Әлеге участканың һайлаусылар исемлегендә 620 кеше теркәлгән. Шуларҙың етәүһе тәүге тапҡыр тауыш биреү хоҡуғы менән файҙаланасаҡ. Участка һайлау комиссияһында бөтәһе алты кеше эшләй. Уның рәйесе Флүрә Кәлимуллина һүҙҙәренсә, ауыл халҡы иртәнән үк һайлау участкаларына килә башлаған. Бында республика Башлығынан тыш, ауыл биләмәһенә депутаттар ҙа һайлайҙар.

– Мин үҙебеҙҙәге һайлау участкаһының легендар яҡташыбыҙҙың исемен йөрөтөүе менән ғорурланам. Беҙҙә ауыл халҡының һайлауҙарҙа әүҙем ҡатнашыуын билдәләп үткем килә. Вафа Мостафа улының исемен хөрмәт итеп тә халыҡ киләлер, тип уйлайым, – ти Флүрә Мәғәсүм ҡыҙы.

Бында көндөҙгө сәғәт 2-гә 290 кеше тауыш биргән. Был исемлеккә индерелгән һайлаусыларҙың 46,8 процентын тәшкил итә.

Шулай уҡ һайлау барған участкала “Һаумы, алтын көҙ!” байрамы ойошторолған. Ауыл клубы, китапхана хеҙмәткәрҙәре һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары ауылдаштары өсөн концерт номерҙары һәм конкурстар әҙерләгән. Ләмәҙтамаҡ ауылының Фрунзе, Карл Маркс, Салауат Юлаев һәм Ғәзизов урамдарында, Ҡотош ауылының Киров урамында йәшәүселәр ҡул эштәренән, аш-һыуҙан, сәскәләрҙән торған күргәҙмә эшләгән.

Белешмә. Вафа Әхмәҙуллиндан тыш, республиканың исемле һайлау участкалары Муса Гәрәй, Таһир Кусимов, Миңлеғәле Шайморатов, Иван Рыбалко һәм Сергей Аксаков исемдәрен йөрөтә.