Мәсетле тормошо
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һайлау
8 Сентябрь 2019, 09:18

Районда һайлау участкалары үҙ эшен башланы

Һайлау-2019

Иртәнге сәғә 7-лә Мәсетле районында һайлау участкалары үҙ ишектәрен асты. Улар киске сәғәт 9-ға тиклем эшләйәсәк. Үҙ бурыстарына 44 һайлау участкаһында хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә 243 участка комиссияһы ағзаһы эш башланы. Һайлаусылар исемлегенә 17 меңдән ашыу кеше индерелгән.

Бөгөн Башҡортостан халҡы республика Башлығын һәм урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарын һайлай. Беҙҙең районда өҫтәмә рәүештә 3-сө һайлау округы буйынса Мәсетле районы муниципаль районы Советы депутатын һайлау үтәсәк.

Оло Ыҡтамаҡ ауылының ике һайлау участкаһында һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары ҡулланыласаҡ.

Һайлаусыларға үҙҙәре менән паспорт алырға кәрәклеге тураһында иҫкәртәбеҙ.