Бөтә яңылыҡтар
Һайлау
8 Сентябрь 2019, 12:08

Әнис Әсәҙуллин: “Мин республикабыҙҙың тотороҡло киләсәге өсөн тауыш бирҙем”

Һайлау-2019

Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин ҡатыны Лира Мәүлихан ҡыҙы менән Башҡортостан Республикаһы Башлығын һәм урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарын һайлауҙа ҡатнашты. Үҙ гражданлыҡ бурыстарын улар Оло Ыҡтамаҡ ауылының Башҡорт гимназияһында урынлашҡан 3474-се һайлау участкаһында үтәне.

“Мин республикабыҙҙа тотороҡлоҡ булһын өсөн тауыш бирҙем. “Башҡорт ихаталары”, подъездары ремонтлау кеүек программаларҙың һәм проекттарҙың дауам итеүен теләр инем. 2024 йылға улар тамамланыр һәм беҙҙең райондың тышҡы күренеше күпкә үҙгәрер, тип ышанам”.

Шулай уҡ Әнис Ҡасим улы үҙенең тауышын лайыҡлы депутат өсөн бирҙе. Ул, халыҡ һәм депутаттар ярҙамынан тыш муниципалитетта бер нәмә лә эшләп булмай, тип иҫәпләй.