Мәсетле тормошо
+15 °С
Облачно
Һайлау
8 Сентября 2019, 16:32

Һайлаусылар өйҙә тауыш биреү хоҡуғы менән файҙалана

Сәләмәтлеге буйынса һайлау участкаһына килә алмаған граждандар өйҙә тауыш бирә ала.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яңы Мөслим ауылынан 79 йәшлек Нәҡиә Зинәтуллина ошо ысул менән файҙаланды ла. Ул участка һайлау комиссияһы ағзаларын шатланып ҡаршы алды.

– Ауылдан өйҙә тауыш биреүгә 23 кешенән заявка ҡабул иттек, – ти 2609-сы һайлау участкаһы рәйесе Рифат Ғибәҙуллин.
Ул өлкән йәштәге инәйгә һайлау тәртибен аңлатты һәм бәләкәй генә бүләк тә тапшырҙы.

Әйткәндәй, киске сәғәт 6-ға Мәсетле районы буйынса 11 966 кеше (68,7%) тауыш биреүҙә ҡатнашҡан.