Бөтә яңылыҡтар
Һайлау
3 Сентябрь 2019, 16:03

Һайлауҙы ҡаршылап

8 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлау була


- Һайлауға ниндәй әҙерлек эше алып барылды һәм барыла?

- 2019 йылдың 8 сентябрендә Мәсетле районында республикабыҙҙың барлыҡ территорияһындағы кеүек үк Башҡорт-остан Республикаһы Башлығын, урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына депутаттар һайлау буласаҡ. Алда торған һайлауға әҙерлек эше әле 2019 йыл башында уҡ башланғайны. Һайлаусылар исемлектәрен аныҡлау буйынса ҙур эш уҙғарылды. Унда райондың бөтә ауыл биләмәләре һәм һайлаусыларҙы теркәү иҫәбен алып барыуҙың бөтә органдары ла әүҙем ҡатнашты. Территориаль һайлау комиссияһы район хакимиәте менән берлектә участка һайлау комиссиялары биналарын аныҡ-лау буйынса эш башҡарҙы.

Участка һайлау комиссиялары эше өсөн райондың ауыл клубтарында, белем биреү учреждениеларында биналар бүленгән. 8 сентябрҙәге һайлауҙы ойоштороу менән территориаль һайлау комиссияһы ағзалары һәм 44 һайлау участкаһында хәл иткес тауыш хоҡуғы менән 243 участка һайлау комиссияһы ағзаһы мәшғүл буласаҡ. Эшләү өсөн комиссияларға технологик ҡорамалдар бүленгән, биналар компьютер техникаһы менән йыһазландырылған, эш өсөн шарттар тыуҙырылған. Ай дауамында улар өсөн уҡыу ойошторолдо.

- 2019 йылғы һайлауҙың ниндәй үҙенсәлектәре бар?

- Һайлауҙың үҙенсәлеге шунда: ул берләштерелгән буласаҡ. Йәғни 8 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығын ғына түгел, ә райондың ауыл биләмәләре советтары депутаттарын һәм өҫтәмә рәүештә 3-сө һайлау округы буйынса Мәсетле районы муниципаль районы Советы депутатын да һайлау үтәсәк. Тауыш биреү көнөндә һайлаусылар ҡулдарына икешәр, ә ҡайһы бер участкаларҙа өсәр бюллетен аласаҡ. Һәр һайлаусы урамы, округы ингән һайлау участкаһында тауыш бирә. Оло Ыҡтамаҡ ауылы халҡы өсөн һайлау округтары тураһындағы мәғлүмәтте район гәзите биттәрендә, шулай уҡ район хакимиәте сайтында беҙ инде бер нисә тапҡыр баҫтыр-ҙыҡ, шуға күрә һайлаусыларҙың үҙ һайлау округтарына һәм һайлау участкаларына иғтибар итеүҙәрен үтенәбеҙ. Был хаҡта участка һайлау комиссиялары ағзалары һайлауға саҡырыу ҡағыҙҙарында яҙа.

8 сентябрҙә һайлау участкалары элекке кеүек иртәнге сәғәт 8-ҙә түгел, ә 7-лә асыласаҡ һәм тик 21.00-дә генә ябыласаҡ. ауыл ерендәге кешеләр өсөн был бик уңайлы булыр, тип иҫәпләйем.

50-нән ашыу һайлаусы Президент һайлауында ҡулланыл-ған “Мобиль һайлаусы” механизмын файҙаланды ла инде. Башҡортостан Республикаһының һайлауҙар тураһындағы законына ярашлы, райондың ауыл биләмәләре советтарына һайлау буйынса көнэлгәре тауыш биреү бара.

- Беҙҙең районда ҡайһы һайлау участкаларында КОИБ-тар ҡулланыласаҡ?

- Һайлау бюллетендәрен комплекслы эшкәртеү һайлаусылар һаны 1000-дән ашҡан һайлау участкаларында ҡулланыласаҡ, ә улар икәү: Башҡорт гимназияһында урынлашҡан 2604-се УҺК һәм район Мәҙәниәт һарайындағы 2606-сы УҺК.

- 2019 йылдың 8 сентябрендә һайлауҙы ойоштороусылар алдына ниндәй бурыстар ҡуйыла?

- Беҙҙең төп бурыс – кандидаттар, тауыш биреү датаһы, урыны һәм ваҡыты тураһындағы тулы мәғлүмәтте һәр бер һайлаусыға еткереү, ойоштороу, бөтә шарттарҙы ла булдырыу һәм 8 сентябрҙә бөтә һайлаусыларҙы ла райондың һайлау участкаларында ҡаршы алыу.

Һорауҙар килеп тыуған ваҡытта, комиссия ағзалары һәр ваҡыт тулы квалификациялы яуап бирергә әҙер. Беҙҙең координаталар: Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Ленин урамы, 20, 14-се кабинет, телефондар: 2-03-25, 2-03-26.

- Ойоштороусыларға һәм һайлаусыларға ниндәй теләктәрегеҙ булыр?

- Беҙҙең районда һайлауҙар-ҙы ойоштороусыларҙың бөтә кимәлдәге һайлау комиссияларында беренсе йыл ғына эшләмәгән профессиональ командаһы формалаштырылған. Беҙ-ҙең барыбыҙҙың да тотош республикабыҙ өсөн бик мөһим кампанияны ойоштороп уҙғарырға хәлебеҙҙән килеүенә ышанам. Ә һайлаусыларҙы 8 сентябрҙә үҙҙәренең гражданлыҡ бурыстарын үтәргә – лайыҡлы кандидаттар өсөн тауыш бирергә һайлау участкаларына саҡырам.