Бөтә яңылыҡтар
Һайлау
14 Август 2019, 14:03

Территориаль һайлау комиссияһы белдереүе

Әгәр 2019 йылдың 8 сентябрендә – һайлау көнөндә – һеҙ йәшәгән ерегеҙҙән ситтә бул-һағыҙ йәиһә теркәлгән урынығыҙ буйынса йәшәмәһәгеҙ, республиканың теләгән бер һайлау участкаһында тауыш бирә алаһығыҙ.

Бының өсөн һеҙгә булыу урыны буйынса һайлаусылар исемлегенә индереү тураһында 2019 йылдың 24 июленән 4 сентябренә тиклем теләгән бер территориаль һайлау комиссияһында, МФЦ-ла, Берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталында (https://www.gosuslugi.ru/), 28 августан 4 сентябргә тиклем – теләһә ҡайһы участка һайлау комиссияһында, ә 5 сентябрҙән 7 сентябрҙең урындағы ваҡыт буйынса 14 сәғәтенән дә һуңға ҡалмайынса фәҡәт төп теркәлгән урын буйынса участка һайлау комиссияһында ғариза бирергә кәрәк.

Ғаризаны бер тапҡыр ғына бирергә мөмкин.

Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы территориаль һайлау комиссияһы эш көндәрендә 14.00-дән 20.00-гә, ял һәм байрам көндәрендә 10.00-дән 18.00-гә тиклем эшләй. Участка һайлау комиссиялары – эш көндәрендә: 16.00 – 20.00, ял һәм байрам көндәрендә: 10.00 – 18.00.

Ғаризаны нисек яҙыу тураһындағы мәғлүмәтте 8 (34770) 2-03-25 телефоны буйынса алыр-ға мөмкин.

Территориаль һайлау комиссияһы.