Бөтә яңылыҡтар
Һайлау
23 Июль 2019, 13:03

Башҡортостан башлығы вазифаһына һигеҙ кеше дәғүә итә. Кемдәр улар?

Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы Башҡортостан башлығы вазифаһына кандидаттар теркәүҙе тамамланы.

Муниципаль фильтрҙы 11 кешенән һигеҙе үтте. “Йәшелдәр” партияһынан Өфө моделе Сания Тимасова ғариза яҙып, төшөп ҡалды, ике дәғүәсегә ҡултамғаларҙағы байтаҡ хаталар өсөн теркәүҙән баш тарттылар.

Һөҙөмтәлә республика башлығы вазифаһына кемдәр көрәшә. Кандидаттар теркәлеү тәртибе буйынса бирелә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: республика Башлығын һайлау 8 сентябрҙә үтәсәк.
Радий Фәрит улы Хәбиров. 55 йәш, Башҡортостан Республикаһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, “Берҙәм Рәсәй” партияһы тарафынан тәҡдим ителгән.
Иван Константинович Сухарев, 41 йәш, Дәүләт Думаһының граждандар йәмғиәтен үҫтереү, йәмәғәт берләшмәләре һәм дини ойошмалар мәсьәләләре буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары, “ЛДПР” партияһы тарафынан тәҡдим ителгән.
Юрий Викторович Игнатьев, 43 йәш, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитет рәйесе урынбаҫары, “Ғәҙел Рәсәй” партияһы тарафынан тәҡдим ителгән.
Юнир Ғәлимйән улы Ҡотлоғужин, 61 йәш, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының урындағы үҙидара, граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комитет рәйесе урынбаҫары, “Рәсәй Федерацияһының коммунистар партияһы” тарафынан тәҡдим ителгән.
Владимир Валериевич Барабаш, 39 йәш, “Ҡала проекттарын үҫтереү фонды” директоры, “Граждандар көсө” партияһы тарафынан тәҡдим ителгән.
Владимир Юрьевич Кобзев, 50 йәш, “Башфото.Ру” директоры, “Социаль ғәҙеллек өсөн Рәсәй пенсионерҙар партияһы” тарафынан тәҡдим ителгән.
Зөлфиә Риф ҡыҙы Ғайсина, 39 йәш, “Лазурный” идаралығы рәйесе, “Яблоко” партияһы тарафынан тәҡдим ителгән.
Рәфис Фаиз улы Ҡадиров, 64 йәш, “Джи Ти Эл” президенты, “Рәсәй патриоттары” партияһы тарафынан тәҡдим ителгән.