Бөтә яңылыҡтар
Һайлау
10 Сентябрь 2018, 17:00

Башҡортостанда алты партия Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына мандаттарҙы бүлеште

Алты партия вәкилдәре Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары мандатын ала: «Берҙәм Рәсәй» – 79, «КПРФ» – 15, ЛДПР – 7, «Ғәҙел Рәсәй» – 5, «Рәсәй патриоттары» – 2, «Йәшелдәр» – 1. Төбәк парламентына Сәнәғәт округынан үҙ-үҙен күр- һәткән Айрат Кәримов үтте. Һайлау-ҙың яҡынса һөҙөмтәләренә арналған брифингта Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы Хәйҙәр Вәлиев иғлан итте. Һайлау булды тип танылды.

Дәүләт Йыйылышына һайлауҙа халыҡтың 49,08% ҡатнашты, ҡала округтарында – уртаса 40,57%, ауыл ерендә – 61,91%. Өфөлә иһә һайлаусылар-ҙың 29,44% тауыш бирҙе.

Башҡортостанда 9 сентябрҙә Баш-ҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һәм урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарын һайлау уҙҙы. Республикала Берҙәм тауыш биреү көнөндә – йәкшәмбе, 9 сентябрҙә, 22 һайлау кампанияһы үтте. 147 мандат алмаштырылды.

Мәсетле районында тауыш биреүҙә 12189 һайлаусы, йәки һайлаусылар исемлектәренә индерелгән һайлаусылар һанының 69,5 проценты ҡатнашты. Һайлаусыларҙың тауыштары түбәндәгесә бүленде.

Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға 39-сы Төньяҡ-Көнсығыш һайлау округы буйынса депутатлыҡҡа теркәлгән кандидаттар араһында:

В. А. Ижболдин – 6,59%.

Р. Р. Маннапов – 14%.

С. В. Павлов – 53,79%.

В. В. Трапезников – 5,15%.

А. А. Фәттәхов – 19,88%.

Берҙәм республика округы буйынса Дәүләт Йыйылышына “Берҙәм Рәсәй” партияһына район халҡының 51,38 проценты ышаныс белдерҙе.

Икенсе урында – “Рәсәй патриоттары” (23,57%), лидерҙер өслөгөн КПРФ тамамлай (12,64%). “Ғәҙел Рәсәй” 4,75% йыйған, ЛДПР – 5,83%, “Йәшелдәр” Рәсәй экология партияһы – 1,18%.