«Бөгөн республикабыҙҙа йәшәүселәр дөрөҫ аҙым яһар һәм яуаплы, патриотик рухлы, халҡыбыҙ мәнфәғәтендә етди эшләүсе депутаттар һайлар тип ышанабыҙ. Был хәҙер алдағы алты йылға тотош ил һәм республикабыҙ алдында торған бик ҙур бурыстарҙы иҫәпкә алғанда бик мөһим. Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин алдағы алты йылға социаль-иҡтисади үҫеш маҡсаттары төҙөгәнен беләһегеҙ, — тине Рөстәм Мәрҙәнов. — Республика 2030 йылға тиклем үҙенең Социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһын ҡабул итте. Унда республикабыҙҙа йәшәүселәрҙең тормошон яҡшыртырға тейеш бик амбициялы маҡсаттар ҡаралған».