– Гөлнара Ким ҡыҙы, һайлау комиссияһы эше тураһында һөйләгеҙ әле.
–Һайлауҙың ойоштороу-сыһы – Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы. Ул сәйәси партиялар тәҡдим иткән кандидаттар исемлеген теркәгән. Округ комиссияһы тарафынан бер мандатлы кандидаттар теркәлгән. Уларҙың вәкиллек хоҡуғы 39 территориаль һайлау комиссияһына тапшырылған. Мәсетле районы Мәсәғүт ауылында урынлашҡан 39-сы һанлы төньяҡ-көнсығыш һайлау округының округ һайлау комиссияһына инә.
Республикала һайлауҙы әҙерләү һәм үткәреү өсөн 3426 һайлау участкаһы ойошторолған, шуларҙың 3391-е – стационар, 35 участка – һайлаусыларҙың ваҡытлыса булған урындарында.
Беҙҙең районда 44 стационар һайлау участкаһы бар. Раҫлан-ған график буйынса бөгөн хәл итеү тауышы хоҡуғы булған участка һайлау комиссияһы ағзаларын уҡытыу бара.
– Был һайлауға нисә кандидат һәм партия теркәлгән?
–14 август көнөнә алтынсы саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын һайлауға берҙәм округ исемлеге буйынса 735 кандидаттан торған алты сәйәси партия теркәлгән: “ЛДПР” –113 кеше, “Ғәҙел Рәсәй” –113, “Йәшелдәр” Рәсәй экология партияһы–106, “КПРФ” – 100, “Берҙәм Рәсәй” –154, “Рәсәй патриоттары”– 149; бер мандатлы округтан 287 кандидат, шул иҫәптән үҙен күр-һәткән алты кандидат, һәм ун сәйәси партиянан 281 кандидат.
Бөтә 55 округта ике партия күрһәтелгән – “Берҙәм Рәсәй” һәм “ЛДПР”, “Рәсәй патриоттары”–51 округта, “Ғәҙел Рәсәй”–51, “КПРФ”–42, “Йәшелдәр”– 21, “Үҫеш партияһы” һәм “Рәсәй ветерандары партияһы”–2. “Эш партияһы” һәм “Ватанды һаҡлаусылар” партиялары берәр округта күрһәтелгән.
39-сы һанлы төньяҡ-көнсығыш һайлау округының һайлауында алты партия ҡатнаша: “КПРФ”, “ЛДПР”, “Рәсәй патриоттары”, “Берҙәм Рәсәй”, “Ғәҙел Рәсәй” һәм “Йәшелдәр” Рәсәй экология партияһы”.
– 9 сентябрҙә һайлау ваҡытында электрон урна ҡулланыласаҡмы?
– Һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары ( артабан – КОИБ) менән 811 һайлау участкаһы тәьмин ителәсәк. Был дөйөм участкалар һанының 24 процентын (23,92%) тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта был участкаларҙа һайлаусылар исемлегенә һайлаусыларҙың 50 процентҡа яҡыны (49,52%) инә.
9 сентябрҙә, Берҙәм һайлау көнөндә, КОИБ менән тәьмин ителеү буйынса республика, Мәскәү ҡалаһынан һәм Мәскәү өлкәһенән ҡала, 3-сө урын биләй. Комплекстарҙы уңышлы ҡулланыу өсөн хәл итеү хоҡуғына эйә булған участка һайлау комиссияһы ағзалары араһынан һайлап ҡуйылған 1622 КОИБ операторы әҙерләргә кәрәк. Республикала булған КОИБ-тар 219 участканы тәьмин итергә етә. Ҡалғандарын, Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарарына ярашлы, Удмурт Республикаһынан, Силәбе, Ырымбур, Ҡурған өлкәләренән, Пермь крайынан килтерәсәктәр. Улар-ҙан комплекстар 20 августан һуң килтерелә башлаясаҡ.
Беҙҙең районда бындай комплекстар ике участкала: 2604-се Сальевка һәм 2606-сы Оло Ыҡтамаҡ участкаларында ҡуйыласаҡ. Уларҙа һайлаусылар һаны иң күбе. Бөгөн операторҙары уҡыу үтә.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары һайлау барышында барлыҡ участка һайлау комиссиялары йомғаҡлау протоколдары төҙөү өсөн тәү тапҡыр машина уҡыу коды технологияһын (QR-код) ҡулланасаҡ.
– Һайлаусыларға хәбәр итеү нисек алып барыласаҡ?
– Дәүләт Йыйылышына депутаттар һайлағанда эфир ваҡыты бирергә әҙерлеге тураһында 23 теле-радиотапшырыу ойошмаһы, 145 гәзит баҫма майҙан биреү тураһында хәбәр итте. Шулай уҡ ваҡытлы электрон баҫмаларҙан хәбәр-ҙәр бар. Улар – алты. Бынан тыш 66 полиграфпредприятие теркәлгән кандидаттарҙың һәм сәйәси партияларҙың баҫма агитация материалдарын баҫыр-ға әҙер.
Беҙҙең районда “Урал” телестудияһы һәм “Мәсетле тормошо” район гәзите редакцияһы һайлау кампанияһына әүҙем ҡушылды: мәғлүмәт баҫтыралар һәм трансляция алып баралар.
– 9 сентябрҙә теркәлгән адрестары буйынса булмағандарға нимә эшләргә?
– 25 июлдән булған урын буйынса тауыш биреү тураһында ғариза бирергә мөмкин. Ғаризаны, ҡайҙа булыуыңа ҡарап, түбәндә һаналып киткән пункттарҙың береһенә бирергә: 25 июлдән 5 сентябргә тиклем Башҡортостан Республикаһының теләгән бер территориаль һайлау комиссияһына, күп функциялы үҙәк филиалдарына йәки бүлектәренә; 29 августан 5 сентябргә тиклем Башҡортостан Республикаһы биләмәһендәге теләгән бер участка һайлау комиссияһына.
Был пункттарҙа, ҡайһы һайлау участкаһында һайларға йыйыныуығыҙҙы күрһәтеп, бул-ған урын буйынса һайлаусылар исемлегенә индереүҙе һорап ғариза яҙырға кәрәк.
Бөгөн, республика Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарары нигеҙендә, территориаль һайлау комиссиялары ошондай ғариза ҡабул итеү буйынса 69 пункт асҡан.
Мәсетле районында булған урын буйынса тауыш биреү өсөн ғаризалар Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Ленин урамы, 20 адресы буйынса 14-се кабинетта территориаль һайлау комиссияһы ҡабул итә. Бынан тыш, ғаризаларҙы күп функциялы үҙәктәр филиалдары һәм бүлектәре аша бирергә мөмкин. Улар республикала – 76, Өфөлә – 12 пункт. 29 августан ғаризаны 3391 учаска һайлау комиссияһында бирергә мөмкин. Бынан тыш, ғаризаны “ГОС-УСЛУГИ” интернет-порталы аша онлайн режимында биреп була.
– Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән һайлаусылар өсөн шарттар булдырылғанмы?
– Әлбиттә. Барлыҡ участкалар пандустар һәм тотоноп менеү өсөн ҡулайламалар менән йыһазландырылған. Күҙҙәре насар күргән һайлаусыларға махсус трафареттар һәм лупалар тәҡдим ителәсәк. Барлыҡ һайлау участкалары ла бар категория һайлаусылар өсөн шарттар тыуҙырырға тейеш. Әгәр 2016 йылда районда ябай ҡорамалдар менән һайлау участкаларының 80 проценты тәьмин ителһә, 2018 йылда – 90%. Барлыҡ участкалар ҙа беренсе ҡатта урынлашҡан.
– Беҙҙең районда нисә һайлаусы бар һәм тәү тапҡыр тауыш биреүселәр күпме?
– Мәсетле районында 17793 һайлаусы бар, шуларҙың 200-ҙән ашыуы – тәү тапҡыр һайлаусылар.
– Һайлаусыларға ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
–Хөрмәтле мәсетлеләр! Һеҙҙе Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары һайлауҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ. Һәр һайлаусы 9 сентябрҙә үҙенең ҡайҙа буласағын бөгөн үк белергә тейеш. Булған урын буйынса һайларға теләгәндәр хәҙерҙән үк ғариза яҙыу тураһында хәстәрлек күрһен. Был бигерәк тә студенттарға һәм республика эсендә вахта ысулы менән эшләүселәргә ҡағыла. Бының өсөн бары тик паспорт менән ТИК-ка йәки өйҙән сыҡмайынса ғына “ГОСУСЛУГИ” аша ғариза бирергә кәрәк.
Беҙ һеҙҙе 9 сентябрҙә райондың участка һайлау комиссияларында көтөп ҡалабыҙ.