Эш көндәрендә –16.00-дән 20.00 сәғәткә тиклем;
ял һәм байрам көндәрендә – 10.00-дән 14.00 сәғәткә тиклем.
Үҙегеҙ менән паспорт алып килергә.
Шундай уҡ ғаризаны һеҙ “Шәхси кабинет”ығыҙ булғанда Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталы аша йәки Башҡортостан Республикаһы территорияһында урынлашҡан теләгән бер Күп функциялы үҙәктә бирә алаһығыҙ.
Ғариза тураһындағы мәғлүмәтте түбәндәге телефондар аша алырға мөмкин:
8 (34770) 2-03-25, күрһәтелгән сәғәттәрҙә территориаль һайлау комиссияһында.
8-800-347-54-54, Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының “ҡыҙыу линия” телефоны буйынса. “Ҡыҙыу линия”ның эш ваҡыты: 10.00 – 17.00, ял көндәрендә: 10.00 – 14.00. Шылтыратыу бушлай.
8-800-222-11-83, Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһының “ҡыҙыу линия” телефоны буйынса. Шылтыратыу бушлай.
Округ һайлау комиссияһы белдереүе
БР Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарары менән 39-сы Төньяҡ-Көнсығыш һайлау округы буйынса округ һайлау комиссияһы вәкәләттәре йөкмәтелгән Дыуан районы муниципаль районы Территориаль һайлау комиссияһы тарафынан Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайына депутатлыҡҡа кандидаттар теркәлде.
1. Ижболдин Валерий Александрович, 1960 йылғы, урта һөнәри белемле, йәшәү урыны – Башҡортостан Республикаһы, Дыуан районы, Мәсәғүт ауылы, төп эш урыны – Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһы слесарь-сантехнигы, ЛДПР сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе тарафынан тәҡдим ителгән, ЛДПР сәйәси партияһы ағзаһы.
2. Маннапов Рәфис Рәис улы, 1966 йылғы, юғары белемле, йәшәү урыны – Баш-ҡортостан Республикаһы, Дыуан районы, Мәсәғүт ауылы, төп эш урыны – “Янғантау” шифаханаһы, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса инженер, “Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы” сәйәси партияһының Башҡорт-остан республика бүлексәһе тарафынан тәҡдим ителгән, КПРФ сәйәси партияһы ағзаһы.
3. Павлов Сергей Владимирович, 1955 йылғы, юғары белемле, йәшәү урыны – Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, төп эш урыны – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы, депутат, “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе тарафынан тәҡдим ителгән.
4. Трапезников Виталий Владимирович, 1977 йылғы, юғары белемле, йәшәү урыны – Башҡортостан Республикаһы, Балаҡатай районы, Яңы Балаҡатай ауылы, төп эш урыны – Рәсәй Федерацияһы Пенсия фондының Балаҡатай районындағы идаралығы, “Ғәҙел Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһе тарафынан тәҡдим ителгән, “Ғәҙел Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе ағзаһы.
5. Фәттәхов Азат Адиф улы, 1977 йылғы, юғары белемле, йәшәү урыны – Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, төп эш урыны – Баш-ҡорт иҡтисади-юридик колледж шәхси һөнәри белем биреү учреждениеһы, директор, “РӘСӘЙ ПАТРИОТТАРЫ” сәйәси партияһының Башҡорт-остан төбәк бүлексәһе һайлау берекмәһе тарафынан тәҡдим ителгән, “РӘСӘЙ ПАТРИОТТАРЫ” сәйәси партияһы ағзаһы.
Депутатлыҡҡа кандидаттар тарафынан һайлау фондтары средстволарының килеүе һәм сарыф ителеүе тураһындағы тәүге финанс отчеттары бирелгән.