Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һайлау
5 Февраль 2018, 16:29

Рәсәй ҮҺК-һы һайлаусылар ҡултамғаларын йыйыуҙы тамамланы

2018 йылдың 31 ғинуарында 18.00 сәғәттә Рәсәй ҮҺК-һы Рәсәй Федерацияһы Президенты вазифаһына кандидаттар тәҡдим итеүгә ярҙам итеп һайлаусылар ҡултамғалары менән ҡултамғалар ҡағыҙҙарын ҡабул итеүҙе тамамланы. Ҡултамғалар йыйыу процедураһында ҡатнашыусы һигеҙ кандидат Рәсәй ҮҺК-на ҡултамғалар менән биттәр биреү мөмкинлегенә эйә ине.

“18 сәғәткә беҙ тәҡдим ителгән кандидаттарҙан ҡултамғалы ҡағыҙҙар ҡабул итеүҙе тамамланыҡ, – тип хәбәр итте Рәсәй ҮҺК-һы Рәйесе Элла Памфилова. – Күрһәтелгән алты кандидат ҡултамғаларын килтерҙе, ҡалғандар, үкенескә күрә, “дистанциянан төшөп ҡалды” һәм был хаҡта Үҙәк һайлау комиссияһына хәбәр итте. Тауыш биреү бюллетенендә һигеҙ кандидаттан да күберәк булмаясағы әле үк аңлашыла. Шулай ҙа һайлау кампанияһында ҡатнашыусы кандидаттарҙың аҙаҡҡы һаны 10 февралгә билдәле буласаҡ, был ваҡытҡа Рәсәй ҮҺК-һы ҡултам- ғалар тикшереүҙе тамамларға тейеш”.

Ҡултамғалы биттәр ҡабул итеүҙең һуңғы көнөндә ҮҺК-ға үҙен хуплап йыйылған ҡултамғаларҙы түбәндәгеләр тапшырҙы:

Ксения Собчак (“Граждандар инициативаһы” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы);

Максим Сурайкин (Рәсәй коммунистары коммунистар партияһы сәйәси партияһы).

Элегерәк Рәсәй ҮҺК-һына ҡултам-ғалы биттәрҙе тапшырғандар:

Владимир Путин (үҙен үҙе күрһәткән);

Григорий Явлинский (“Яблоко” Рәсәй берләштерелгән демократик партияһы” сәйәси партияһы);

Борис Титов (“Партия роста” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы);

Сергей Бабурин (“Рәсәй дөйөм халыҡ союзы” сәйәси партияһы – йәмәғәт ойошмаһы).

Парламент партияларынан ике кандидат – Владимир Жириновский (ЛДПР) һәм Павел Грудинин (КПРФ) закон буйынса ҡултамғалар йыйыу-ҙан азат ителгән. Улар Рәсәй Федерацияһы Президентлығына теркәлгән кандидаттар булып тора.

Әлеге ваҡытта Рәсәй ҮҺК-һы алты кандидат биргән ҡултамғалы биттәрҙе тикшерә. Ҡултамғаларҙы тикшереү һөҙөмтәләре буйынса ҮҺК һәр бер кандидатҡа ҡарата уны РФ Президенты вазифаһына кандидат итеп теркәү йәки теркәүҙән баш тартыу тураһында ҡарар ҡабул итәсәк.

Территориаль һайлау комиссияһы.