Бөтә яңылыҡтар
Һайлау
22 Ғинуар 2018, 17:04

Илдең төп һайлауы

2017 йылдың 18 декабрендә Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау кампанияһы старт алды. Уға әҙерлек барышы һәм Мәсетле районындағы һайлауҙы ойоштороусылар алдында торған бурыстар тураһында Мәсетле районы территориаль һайлау комиссияһы (артабан – ТИК) рәйесе Гөлнара Бикташева һөйләй.

– Гөлнара Ким ҡыҙы, һайлауға әҙерлек нисек бара?

– 2018 йылдың 18 мартында Мәсетле районы территорияһында бөтә илдәге кеүек үк Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау буласаҡ. Алда торған һай-лауға әҙерлек эше әле 2017 йылда уҡ башланды. Һайлаусылар исемлектәрен аныҡлау буйынса ҙур эш башҡарылды. Был эштә райондың бөтә ауыл биләмәләре һәм һайлаусыларҙы теркәү иҫәбе органдары ла әүҙем ҡатнашты. Район Хакимиәте менән берлектә ТИК участка һайлау комиссиялары өсөн биналар аныҡлау буйынса эш башҡарҙы.

Участка һайлау комиссиялары (артабан – УҺК) эше өсөн, нигеҙҙә, райондың ауыл клубтарында, белем биреү учреждениеларында биналар бүленде. Ойоштороу һәм әҙерлек эше менән 40 һайлау участкаһында ТИК ағзалары һәм 222 участка һайлау комиссиялары ағзалары мәшғүл буласаҡ. Эшләү өсөн комиссияларға технологик ҡорамалдар бүленгән, биналар компьютер техникаһы менән йыһазландырылған, эш өсөн шарттар булдырылған. Шулай уҡ УИК ағзалары резервын формалаштырыу эше тамамланған.

– 2018 йылғы һайлауҙың үҙенсәлектәре һәм яңылыҡтары тураһында һөйләгеҙ әле.

– Үҙгәрештәр бар, әлбиттә. Һайлау ҡануниәте даими рәүештә камиллаштырыла, үҙгәрә. Һайлаусылар өсөн мөһим үҙгәреш – ул теркәүҙән төшөрөү таныҡлыҡтарының бөтөрөлөүе һәм теркәлгән урында түгел, ә тауыш биреү көнөндә РФ гражданы ҡайҙа була – шунда тауыш биреү мөмкинлеге. Башҡа торама пункт-та булған һайлаусы үҙе бул-ған ерҙәге һайлаусылар исемлегенә индереүҙе һорап ғариза бирә аласаҡ. Бындай ғаризаны 2018 йылдың 31 ғинуарынан 12 мартына тиклем теләгән бер ТИК-ка, күп функциялы үҙәк аша (артабан – МФЦ) йәки электрон рәүештә “Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталы” федераль дәүләт системаһы аша, ә УИК-ка 25 февралдән 12 мартҡа тиклем бирергә мөмкин. Мәҫәлән, һайлаусы Екатеринбург ҡалаһында даими йәшәй, ә Оло Ыҡтамаҡ ауылында теркәлгән. Ул үҙенең булыу урынында тауыш бирәсәге тураһында, үҙе тауыш бирәсәк һайлау участкаһының номерын күрһәтеп, Екатеринбург ҡалаһындағы ТИК-ка, МФЦ-ға йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ғариза бирә ала. Был һайлаусы теркәлгән урыны буйынса исемлектән төшөрөлөп (йәғни Оло Ыҡтамаҡ ауылынан) һәм фактик булған урыны буйынса – Екатеринбург ҡалаһында һайлаусылар исемлегенә индереләсәк, шунан унда паспорты менән тауыш биреү өсөн генә барасаҡ. Шулай итеп, ТИК-та, МФЦ-ла ғаризалар ҡабул итеү пункты ғаризаларҙы 31 ғинуарҙан 12 мартҡа, ә УИК-та 25 февралдән 12 мартҡа тиклем ҡабул итәсәк.

УИК-тар өсөн яңылыҡ – ул машина уҡый ала торған код менән тауыш биреү йом-ғаҡтары тураһында УИК протоколдарын әҙерләү өсөн махсус программа ҡуйыу. Был программа УИК-ка тауыш биреү йомғаҡтарын билдәләргә ярҙам итеү һәм тауыш биреү йомғаҡтары тураһында УИК протоколдарын формалаштырыу өсөн ҡуйыла. Участка һайлау комиссиялары машина уҡый ала торған кодлы махсус программа менән эшләү өсөн махсус уҡыу үтәсәк.

– 2018 йылдың 18 мартындағы һайлауҙы ойоштороусылар алдына ниндәй бурыстар ҡуйыла?

– Беҙҙең төп бурыс – кандидаттар, тауыш биреү датаһы, урыны һәм ваҡыты тураһындағы тулы мәғлүмәтте һәр бер һайлаусыға еткереүҙе ойоштороу, бөтә шарттарҙы булдырыу һәм 18 мартта бөтә һайлаусыларҙы район һайлау участкаларында ҡаршы алыу.

Һорауҙар килеп тыуғанда комиссия ағзалары һәр ваҡыт тулы квалификациялы яуап бирергә әҙер. Мөрәжәғәт итеү өсөн адрес: Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Ленин урамы, 20, 23-сө кабинет, йәки 2-03-25, 2-03-26 телефондарына.

– РФ Президентын һайлау алдынан ойоштороусыларға һәм һайлаусыларға теләктәрегеҙ?

– Беҙҙең районда бөтә кимәлдәрҙәге һайлау комиссияларында беренсе йыл ғына эшләмәгән 240-тан ашыу кеше – һайлауҙарҙы ойоштороусыларҙың профессиональ командаһы формалаштырылған. Бөтә илебеҙ өсөн алда торған бик мөһим кампанияны сифатлы ойоштороп уҙғарыу беҙҙең барыбыҙҙың да ҡулынан килеүенә ышанам.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА

әңгәмәләште.