Һаулыҡ һаҡлау
2 Июля , 06:55

“Ҡарағай” курортында медицина хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләнеләр

Өс тапҡыр алтынға лайыҡ “Ҡарағай” курортында медицина хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләнеләр “Ҡарағай” шифаханаһы – Ыҡ йылғаһының йәмле һыуһаҡлағысы ярында, быуаттар буйына үҫкән ҡарағай урманында урынлашҡан һәм йыл әйләнәһенә эшләгән минераль һыуҙар, ләм менән дауалаусы күп профилле курорт.

“Ҡарағай” курортында медицина хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләнеләр“Ҡарағай” курортында медицина хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләнеләр
“Ҡарағай” курортында медицина хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләнеләр

“Ҡарағай” шифаханаһы лицензиялы 32 медицина эшмәкәрлеге төрө буйынса шифахана-курорт хеҙмәттәре күрһәтә. Шифахананың заманса дауалау базаһы һөйәк-мускул системаһы һәм тоташтырғыс туҡыма (терәк-хәрәкәт аппараты), нервы системаһы, тын алыу ағзалары, тире һәм тире аҫты күҙәнәктәре, аш һеңдереү ағзалары кеүек ауырыуҙарҙы дауалау өсөн киң мөмкинлек бирә.
Тәбиғи дауалау факторҙары:
- сапропель ләм;
- “Ҡарағай” минераль һыуы (гидрокарбонат-сульфатлы, магний-кальцийлы, составында йод һәм фтор бар);
- кәзә һөтөнән үҙҙәрендә етештерелгән ҡымыҙ;
- климат һәм ландшафт шарттары.
2026 йылдың 19 июнендә шифаханала медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантана булды.
Сара шифахананың йоҡо корпустарын дауалау-диагностика комплексы, бассейн, ял үҙәге һәм “Ҡурай” рестораны менән тоташтырған йылы аралыҡты асыуҙан башланды. Был төҙөлөш проектының тамамланыуы ҡыҙыл таҫманы символик киҫеү менән аңлатыла. Йылы аралыҡ – ул ҡунаҡтар һәм шифахана хеҙмәткәрҙәре өсөн өр-яңы уңайлылыҡ кимәле, айырыуса ҡышҡы осорҙа һәм яҙлы-көҙлө. Шуныһы мөһим: төҙөлөштө бюджет сараларын йәки тышҡы подрядсыларҙы йәлеп итмәй, тик үҙ көстәре менән шифахана хеҙмәткәрҙәре алып барҙы. Яңы йылы аралыҡ – торлаҡ корпустарын төп бина менән тоташтырыусы ғына түгел, ә уңайлылыҡты һәм хеҙмәтләндереүҙең һөҙөмтәлелеген күтәреүгә йүнәлтелгән күп функциялы комплекс.
Уның эсендә түбәндәгеләр урынлашҡан:
- Ял итеүселәр өсөн медицина процедуралары уңайлылығын тәьмин итеүсе процедуралар кабинеты; мәсьәләләрҙе оператив хәл итеүҙе гарантиялаусы дежур бүлмә; шулай уҡ яңыртылған инфраструктураға берләштерелгән, дизайнер ремонты, яңы мебель һәм техника менән йыһазландырылған уңайлы йәшәү киңлеген тәшкил иткән “Ярымлюкс” категориялы яңы номер.
“Ҡарағай” шифаханаһы – ял итеү урыны ғына түгел, ул һаулыҡ тураһында хәстәрлек күреү урыны, бында медицина ярҙамы тәбиғәт факторҙары менән тығыҙ үрелеп бара. Тәжрибәле табиптар һәм медицина персоналы шифахана ҡунаҡтарының һаулығы һағында тора, улар тураһында көн һайын хәстәрлек күрә. Шифахана хеҙмәткәрҙәренең һәр көнө яуаплылыҡ, иғтибар һәм ихлас ярҙам итеү теләге менән һуғарылған.
Шифаханала 200-ҙән ашыу кеше эшләй, улар араһында 5 табип, 20 шәфҡәт туташы, фельдшер-лаборант һәм 14 санитарка бар.
Тантаналы сарала коллективҡа ҡотлау телмәре менән “Ҡарағай” шифаханаһы акционерҙар йәмғиәте директоры Артур Бәҙретдинов мөрәжәғәт итте. Үҙ сығышында ул хеҙмәткәрҙәрҙе байрам менән ихлас ҡотланы, коллективтың ҙур уңыштарын һәм ҡаҙаныштарын билдәләне, шулай уҡ шифахананы артабан үҫтереү пландары хаҡында һөйләне.
2020 йылға тиклем шифахана ярайһы ҙур инвестициялар көтмәгән ине. Уның үҫешенә аҡса һалыу булмай сыға: ремонт эштәре үткәрелмәй, ҡорамалдар һәм техник йыһаздар яңыртылмай. Ә 2020 йылдан һуң “Ҡарағай” шифаханаһы үҫешә башлай, 2026 йылдың беренсе кварталында, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, килем 25 миллион һумға артҡан, ә уртаса эш хаҡы 59 мең һумға еткән. Ял итеүселәр һаны ла һиҙелерлек артҡан: 2022 йылда 6571 кешенән 2025 йылға 10467-гә тиклем еткән. Бюджетҡа 2022 йылда 47 млн һум һалым индерелһә, 2025 йылда – 70 млн һум.
2022–2026 йылдарҙа номер фондының 60 проценттан ашыуы ремонтланған. Реконструкциянан һуң 2026 йылда 19 бүлмә файҙаланыуға тапшырылған. Улар заманса дизайнер стилендә биҙәлгән, яңы мебель һәм техника менән йыһазландырылған. Уларҙың дүртәүһе бөтөнләй яңы. Шифахананың номер фонды “Ярымлюкс” категорияһының “Берлога” яңы номеры менән тулыланды. Был уңайлы һунар йортона оҡшатып эшләнгән үҙенсәлекле номер икенсе коттедждағы элекке килемһеҙ бассейн урынында эшләнгән. Хәҙер был майҙан, һиҙелерлек файҙа һәм табыш килтереп, һөҙөмтәле файҙаланыла. “Берлога” үҙенә генә хас матур мөхите һәм уңайлылығы һөҙөмтәһендә ҡунаҡтарыбыҙ араһында популярлыҡ яулап өлгөрҙө лә инде: номерҙың айырым инеү урыны, иркен быяла верандаһы бар, шулай уҡ тулы ял өсөн идеаль шарттар, тулыһынса яңы мебель һәм заманса техника менән тәьмин ителгән.

Дауалау-диагностика комплексы тағы ла замансараҡ төҫ алды. Өҫтәмә заманса медицина ҡорамалдары һәм йыһаздар һатып алынған: 2025 йылда карбокситерапия аппараты, дүрт камералы ләм ваннаһы, һыу менән дауалау ваннаһы, яңы душ кафедраһы, һуғыу-тулҡын терапияһы аппараты, массаж кушеткалары, күп функциялы медицина өҫтәле һатып алынған, шулай уҡ медицина йыһазы яңыртылған.
Шифахананың йәмәғәт туҡланыуы бүлегендә хәҙер заманса “Ҡурай” рестораны эшләй: ял итеүселәргә уңайлы һәм төрлөләндерелгән швед өҫтәле тәҡдим ителә, уңайлы атмосфера булдырылған һәм стилле ремонт яһалған, яңы мебель һәм юғары сифатлы аш-һыу әҙерләргә мөмкинлек биргән заманса кухня, шул иҫәптән һыуытыу ҡорамалдары, пароконвектоматтар һәм башҡа ҡорамалдар урынлаштырылған.
Шифахананың туристик комплексында мунса киҫмәге (чаны) менән ике яңы мунса асылды. Беренсеһе – айырым кәртәләнгән биләмәлә урынлашҡан “Лешийҙа ҡунаҡта” мунсаһы, иркен беседка һәм мангал зонаһы менән йыһазландырылған. Икенсеһе – бик шәп сабыныу бүлмәһе менән милли башҡорт стилендәге “Батыр” тематик мунсаһы.
Шифахана биләмәһе көндән-көн йәмләнә. Яңы скульптуралар, матур ағас беседкалар һәм ентекле уйланылған клумбалар, шул иҫәптән ландшафт дизайны элементтары, шифахананың тышҡы йөҙөн ҡырҡа үҙгәртә. Был үҙгәрештәр иғтибарһыҙ ҡалмай. Шифахананың күптән инде район халҡы араһында ғаилә тарихының бер өлөшөнә әүерелеүе ғәжәп түгел: уның хозур мөйөштәре туй фотосессиялары, күсмә туй теркәүҙәр, никахтан һәм тантаналы юбилейҙарҙан фотоһүрәттәр өсөн идеаль фон булып хеҙмәт итә.
Прокат бүлегендә спорт инвентары тулыһынса яңыртылды. Ассортимент заманса катамарандар һәм кәмәләр менән тулыланды. Яҡын арала ҡунаҡтарҙың саф һауала спорт менән шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәрен киңәйтеү планлаштырыла – быйыл июль айында дәүләт стандарттарына ярашлы етештерелгән урам спорт тренажерҙары менән яңы майҙансыҡ ҡуйыласаҡ. Шифахананың автопаркы тулыһынса тиерлек яңыртылды: булған транспорт сараларына өҫтәп ял итеүселәрҙе йөрөтөү өсөн автомобиль, коммуналь техника, электротрицикл, баҡса райдерҙары һатып алынды.
Пляж зонаһын яңыртыу буйынса эштәр тамамланған. Хәҙер ҡунаҡтар юғары уңайлыҡлы һәм экологик яҡтан таҙа шарттарҙа ял итә ала. Үҙгәрештең төп элементы – релаксация өсөн идеаль киңлек барлыҡҡа килтереүсе төҙөкләндерелгән газон. Ял итеүселәргә уңайлы булһын өсөн тәбиғи ағастан эшләнгән яңы пляж сатырҙары һәм шезлонг ҡуйылған. Бындай күренеште һайлау шифахананың экология нигеҙҙәренә тоғролоғон һыҙыҡ өҫтөнә ала һәм тәбиғәт менән гармониялы берҙәмлек атмосфераһын тыуҙыра. Яңыртылған инфраструктура, уларға һыу һаҡлағысы ярында онотолмаҫ ял тәҡдим итеп, ҡунаҡтарҙы ҡаршыларға әҙер.
Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы ведомствоһындағы учреждение булараҡ, “Ҡарағай” шифаханаһы акционерҙар йәмғиәте министрлыҡ күрһәтмәһе буйынса 2022 йылдан алып махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға хәйриә ярҙамы планын тормошҡа ашыра. Был план сиктәрендә шифахана яугирҙарға ярҙам итеү менән шөғөлләнә, хәйриә ойошмаларына һәр ваҡыт гуманитар һәм матди ярҙам күрһәтә. Шулай уҡ шифахана эсәр һыу, мебель, кейем һәм ҡорамалдар ебәрә, хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына хәйриә ярҙамы күрһәтә, һәр ярты йыл һайын хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылыу ойоштора. 2026 йылдың июненә шифахана 460 хәрби операцияла ҡатнашыусыны һәм уларҙың яҡындарын шифахана-курорттарҙа дауалау менән тәьмин иткән.
Шифахана өҙлөкһөҙ үҫешә, сервис кимәлен һәм хеҙмәтләндереү сифатын камиллаштыра, шулай уҡ күрһәтелгән хеҙмәттәр спектрын һәм һөҙөмтәлелеген киңәйтә. “Ҡарағай” инновацияларға һәм юғары стандарттарға тоғро булыуын раҫлап, төп күргәҙмәләрҙә һәм форумдарҙа үҙ ҡаҙаныштары менән даими таныштыра.

2024 йылдан “Ҡарағай” шифаханаһы акционерҙар йәмғиәте йыл һайын “Здравница” Рәсәй форумында ҡатнаша, һауыҡтырыу өлкәһендә үҙенең ҡаҙаныштарын һәм инновацион алымдарын күрһәтә, алтын миҙалдар яулай. 2026 йылдың майында шифахана йәнә Псков ҡалаһында уҙған “Здравница-2026” Рәсәй форумында ҡатнашты.
Форум сиктәрендә бөтә илдән алдынғы белгестәрҙе һәм шифахана вәкилдәрен берләштергән шифахана-курорт ҡаҙаныштары күргәҙмәһе уҙҙы. 2026 йылдың 25 майынан 29-ына тиклем уҙған форум йомғаҡтары буйынса “Ҡарағай” шифаханаһы “Иң уңайлы шифахана”, “Комплекслы сәләмәтләндереү буйынса иң яҡшы шифахана” һәм “Иң яҡшы шифахана-курорт сәләмәтләндереү технологиялары” номинацияларында өс алтын миҙал менән бүләкләнде, шулай уҡ ҡулланылған дауалау методикаларының юғары сифатын һәм һөҙөмтәлелеген раҫлап, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған “Здоровье СВОих” проектында әүҙем ҡатнашҡан өсөн махсус һәм иң мөһим номинацияла диплом алды.
“Ҡарағай” шифаханаһы 2024-2025 йылдарҙа “Тәбиғи дауалау факторҙарын файҙаланыу буйынса иң яҡшы шифахана”, “Иң яҡшы ләм менән дауалау учреждениеһы”, “Иң яҡшы минераль һыу менән дауалаусы шифахана”, “Ғаилә ялы өсөн иң яҡшы шифахана” һәм “Иң яҡшы курорт инфраструктураһы” номинацияларында алтын миҙалдар алған.
2024 йылда “Ҡарағай” шифаханаһы “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 предприятиеһы” реестрына индерелде һәм тейешле сертификат алды. Шифахана коллективының профессиональ оҫталығы, сервистың юғары кимәле танылыу яуланы.
2026 йылда “Ҡарағай” хеҙмәттәрҙең юғары сифатлы булыуын раҫлап, “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары-2026” республика конкурсы лауреаты булды.
“Ҡарағай” шифахана-курорт һәм һауыҡтырыу хеҙмәттәре өлкәһендә үҙ позицияларын ярайһы уҡ нығытты һәм дауалауҙа, ялды ойоштороуҙа инновацион алымдар индереп, әүҙем үҫешеүен дауам итә.
Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөн байрам итеү программаһында юғары хеҙмәт һөҙөмтәләре һәм намыҫлы хеҙмәт өсөн шифахана хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тантанаһы айырым урын биләне.
Артур Рәмил улы Бәҙретдинов шифахана хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының почет грамоталарын һәм рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының почет грамоталары палата шәфҡәт туташы Эльзида Слесарчукка, шифахананың йәмәғәт туҡланыуы бүлеге ашнаҡсылары Гөлшат Әйүповаға, Гөлназ Ҡадироваға, Марина Мөхәмәтйәноваға, өлкән официант Лидия Мөфтәеваға, официант Альбина Рәхмәтуллинаға тапшырылды, дауалау-диагностика комплексы санитары Гөлшат Саҙиҡоваға һәм икмәк бешереүсе, йәмәғәт туҡланыуы бүлеге бригадиры Светлана Онкинаға рәхмәт белдерелде.
Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамоталары менән дауалау-диагностика комплексы начальнигы Таисия Бәҙретдинова, врач-невролог Роза Ғәҙелшина бүләкләнде. Табип-терапевт Алина Бәҙретдиноваға һәм дауалау физкультураһы буйынса табип Алина Саражинаға Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәхмәт хаттары тапшырылды.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе вазифаһын башҡарыусы Салауат Хөсәйеновтың үтенесе буйынса “Ҡарағай” шифаханаһына “Красноусол” шифаханаһы акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Рәмил Бәҙретдинов килде. Ул шифахана коллективына Салауат Хөсәйеновтан сәләмләү һүҙҙәрен һәм иң изге теләктәрен еткерҙе, шулай уҡ шифахана хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай наградаларын тапшырҙы.

Дәүләт Йыйылышының “Хәйриә һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн” почёт билдәһе “Ҡарағай” шифаханаһы акционерҙар йәмғиәте директоры Артур Рәмил улы Бәҙретдиновҡа тапшырылды. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың почет грамоталарына директорҙың беренсе урынбаҫары Юлиә Захарчук, директорҙың хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары Байрас Саматов, баш инженер Рәмзил Бәҙретдинов, төҙөкләндереү бүлеге начальнигы Сәлимә Йосопова, дауалау-диагностика комплексының фельдшер-лаборанты Елизавета Калачева лайыҡ булды. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың рәхмәт хаттары дауалау-диагностика комплексы начальнигы Таисия Бәҙретдиноваға, һатыу һәм урынлаштырыу бүлеге начальнигы Гөлназ Туйгилдинаға, именлек хеҙмәте начальнигы Игорь Захарчукка, тәьминәт һәм сауҙа бүлеге начальнигы Дамир Ҡәҙербирҙинға, дауалау-диагностика комплексы шәфҡәт туташы Надежда Сәлиховаға тапшырылды.
Йомғаҡлау сараһында Артур Рәмил улы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировҡа, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянскаяға, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе вазифаһын башҡарыусы Салауат Хөсәйеновҡа, Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллинға, “Красноусол” шифаханаһының генераль директоры Рәмил Бәҙретдиновҡа күрһәтелгән ышаныстары, шифахана үҫешенә булышлыҡ иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм тырыш хеҙмәт, эшкә тоғролоҡ, яйға һалынған һәм фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн шифахана коллективына рәхмәт әйтте. Тантаналы сара тамамланғас, шифахананың бар коллективына премия түләнде.

“Ҡарағай” курортында медицина хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләнеләр
“Ҡарағай” курортында медицина хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләнеләр
“Ҡарағай” курортында медицина хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләнеләр
“Ҡарағай” курортында медицина хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләнеләр
“Ҡарағай” курортында медицина хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләнеләр
“Ҡарағай” курортында медицина хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләнеләр
“Ҡарағай” курортында медицина хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләнеләр
“Ҡарағай” курортында медицина хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләнеләр
“Ҡарағай” курортында медицина хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләнеләр
“Ҡарағай” курортында медицина хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләнеләр
“Ҡарағай” курортында медицина хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләнеләр
“Ҡарағай” курортында медицина хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләнеләр
“Ҡарағай” курортында медицина хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләнеләр
“Ҡарағай” курортында медицина хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләнеләр
“Ҡарағай” курортында медицина хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләнеләр
“Ҡарағай” курортында медицина хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләнеләр
“Ҡарағай” курортында медицина хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләнеләр
“Ҡарағай” курортында медицина хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләнеләр
“Ҡарағай” курортында медицина хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләнеләр
“Ҡарағай” курортында медицина хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләнеләр
“Ҡарағай” курортында медицина хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләнеләр
“Ҡарағай” курортында медицина хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләнеләр
Автор: