

Валентина Васильевна Баҡалы районында тыуған. Башҡорт медицина институтын “Дауалау эше” белгеслеге буйынса тамамлаған, артабан Өфө ҡалаһында Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы базаһында бер йыллыҡ интернатура үтә.
Яҙмышын Мәсетле районы егете менән бәйләгәс, иренең тыуған яғына күсеп киләләр һәм бында Валентина Васильевна 1991 йылдан бала табыу бүлексәһендә табип-акушер булып эшләй башлай. Эшләгән йылдарҙа балалыҡ һәм бала табыу буйынса баш табип урынбаҫары, поликлиниканың акушер-гинекологы вазифаларын биләй. Һөнәре буйынса дөйөм медицина стажы 34 йыл тәшкил итә.
Валентина Заһиҙуллина – юғары категориялы табип, уның һөнәри оҫталығы дипломдар менән генә түгел, меңдәрсә ҡотҡарылған яҙмыштар менән дә раҫланған. Ул кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтеүҙең бөтә төрҙәренә, ҡатмарлы гинекологик операциялар башҡарыу техникаһына, ультратауыш диагностикаһы эшләү һәләтенә эйә. Табип оҫталығын даими камиллаштыра, яңы асыштарҙы өйрәнә, ситтән тороп белем биреү программаларында һәм фәнни конференцияларҙа ҡатнаша. Ә иң мөһиме – йәш белгестәр өсөн терәк булып, белемен йомарт уртаҡлаша.
Һаулыҡ һаҡлау системаһында күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн 2003 йылда “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” билдәһе менән наградлана, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтарының почет грамоталарына лайыҡ була. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн 2021 йылда “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы” тигән маҡтаулы исем бирелә.
Валентина Васильевна – хеҙмәттәштәре өсөн абруй һәм өлгө, ә пациенттары өсөн һаҡлаусы фәрештә.
Луиза ЗАКИРОВА.