Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
7 Ноябрь 2025, 15:50

Тештәрегеҙҙе йәштән һаҡлағыҙ

Күптән түгел Оло Ыҡтамаҡ лицейында стоматология кабинеты эше тергеҙелде. Ул республика Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән “Взлетай!” мәғариф проектының “Сәләмәт йылмайыу” модулен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килде.

Тештәрегеҙҙе йәштән һаҡлағыҙ
Тештәрегеҙҙе йәштән һаҡлағыҙ

Кабинетта теш табибы Эльвира Кушанова эшләй. Ул шулай уҡ үҙәк район дауаханаһында ла бәләкәй пациенттарҙы ҡабул итә.
– Лицейҙың стоматология кабинетында иҫкәртеү саралары (шәхси һәм төркөм), кариестың ҡатмарлы һәм еңел формаларын дауалау үткәреләсәк. Тикшереүҙәр шишәмбе һәм кесаҙна көндәрендә лицей директоры менән килешеп раҫланған план-графикка ярашлы уҙа. Әгәр махсус ярҙам кәрәк булһа, район дауаханаһына ебәрәбеҙ, – тип һөйләй Эльвира Рәшит ҡыҙы.
Кабинет заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған: стоматологик ҡоролмалар һәм инструменттар, шулай уҡ стерилләү аппараты бар.
– Бөгөн беҙҙә 845 бала белем ала. Хәҙер уларҙың уҡыу йорто бинаһында тештәрен дауалау мөмкинлеге бар. Бында теш табибы хеҙмәттәренән лицей уҡыусылары ғына түгел, башҡа мәктәптәр уҡыусылары ла файҙалана ала, – тип аңлатма бирҙе лицей директоры Айтуған Таһиров.
Башҡортостанда мәктәп стоматологияһы өлкәһендә яңы ҡарар индерелде, ул уҡытыусылар өсөн шарттарҙы яҡшыртыуға йүнәлтелгән. 2021 йылдан уҡытыусылар мәктәптәрҙә урынлашҡан стоматология кабинеттары хеҙмәттәренән бушлай файҙалана ала. Был башланғыс тиҙ арала популярлыҡ яуланы һәм ағымдағы уҡыу йылы башында ғына Башҡортостан буйынса мәктәп стоматологтары 1540 уҡытыусыны ҡабул итте.
Оло Ыҡтамаҡ лицейында стоматология кабинетының асылыуы ярҙам алыу мөмкинлеген арттырҙы һәм пациенттарҙы маршрутлаштырыу системаһын булдырҙы. Кабинет балаларҙың теш торошона бәйле проблемаларын уҡыу процесынан айырмай һәм педагогтар, ата-әсәләр ярҙамында хәл итә.
Бындай профилактика ярҙамында хәҙер ыңғай динамика күҙәтелеүен билдәләй табиптар – йәш пациенттарҙа кариестың ҡатмарлы формалары йылдан-йыл кәмей бара.
Республика Башлығы Һаулыҡ һаҡлау министрлығына һәм Мәғариф министрлығына ошо йүнәлештә эште дауам итергә ҡушты. Һуңғы биш йылда “Взлетай” мәғариф проекты нигеҙендә төбәктә 110 стоматология кабинеты булдырылды. Ә “Сәләмәт йылмайыу” проекты индерелгәнгә тиклем асылған кабинеттарҙа былтырҙан алып реновация эштәре алып барыла.

Рәмил МАЙҘАНОВ.

Автор: