Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
8 Октябрь 2025, 09:40

Мәсетле районынан өс меңгә яҡын кеше “Сәләмәтлек поезы”нда тикшерелгән

Башҡортостанда беренсел медицинаны үҫтереү иҫәбенә халыҡтың көтөлгән ғүмер оҙайлығын арттырыуға иғтибар көсәйә бара. Дөйөм алғанда, быйыл төбәктә алты поликлиника сафҡа индереләсәк, туғыҙ объект капиталь ремонтланған һәм 134 модуль конструкция йыһазландырылған. Быйыл уҡ 4,6 меңдән ашыу берәмек медицина ҡорамалы һәм 99 еңел санитар автомобиль һатып алынырға тейеш.

Мәсетле районынан өс меңгә яҡын кеше  “Сәләмәтлек поезы”нда тикшерелгән
Мәсетле районынан өс меңгә яҡын кеше “Сәләмәтлек поезы”нда тикшерелгән

Ошо уҡ маҡсатта “Сәләмәтлек поезы” ойошторола. Быйыл “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы барышында табиптар 3800-ҙән ашыу пациентҡа социаль әһәмиәтле ауырыуҙарға тикшерелергә ҡушҡан.
Белгестәр бөтәһе 163869 ҡабул итеү һәм 37818 тикшереү, шул иҫәптән 24121 флюорография һәм 13697 маммография үткәргән.
Мәсетле районында “Сәләмәтлек поезы” үҙ эшен 15 июлдә тамамланы. Уның эшмәкәрлеге осоронда медицина бригадаһы 30-ҙан ашыу торама пунктта йәшәгән 2928 кешене тикшерҙе.
566 хәүеф факторы асыҡланы: 22 кешелә глюкоза кимәле күтәрелгән, холестерин кимәле – 57 кешелә, артыҡ тән ауырлығы – 107, тәмәке тартыу –166, ҡан баҫымы күтәрелеү – 214 пациентта.
91 кешелә тәүге тапҡыр социаль әһәмиәтле ауырыу-ҙар асыҡланған: 76 пациентта – йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, биш – шәкәр диабеты, ун пациентҡа яман шеш диагнозы ҡуйылған. Өс кешелә – туберкулезға, һигеҙ кешелә – яман шешкә, өсәүһендә – пневмонияға, бер кешелә аорта аневризмына шик бар. Бөтә граждандар ҙа артабанғы тикшереүгә йүнәлтелгән.
– Был – ысынлап та мөһим ваҡиға. Ул беҙҙең районда кешеләрҙең һаулығын нығытырға ярҙам итә. “Сәләмәтлек поезы” ярҙамында тулы медицина тикшереүе үтеү һәм белгестәрҙән консультация алыу мөмкинлеге бар. Бик уңайлы! – ти табиптар бригадаһында тикшереү үткән бер ҡатын.
“Сәләмәтлек поезы” проекты махсус табиптарға даими күренеү мөмкинлеге булмаған алыҫ райондар һәм ауылдар халҡына медицина ярҙамын күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Проект ярҙамында Мәсетле районы халҡы төрлө ауырыуҙарҙы ваҡытында асыҡлау һәм дауалау мөмкинлегенә эйә булды, был дөйөм һаулыҡ торошон һәм йәшәү сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итә.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров:
– Быйыл “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы етенсе тапҡыр уҙҙы. Ошо йылдар дауамында ул халҡыбыҙҙа ҙур һорау менән файҙалана, шуға күрә киләһе яҙ мотлаҡ “Сәләмәтлек поезы” хәрәкәтен тергеҙәсәкбеҙ. Ә тәүҙә беҙ күсмә бригада табиптары менән эш барышын анализлайбыҙ һәм һығымталар эшләйбеҙ. Беҙҙең бурыс үҙгәрешһеҙ – һәр торама пунктта, шул иҫәптән район үҙәктәренән һәм ҙур ҡалаларҙан алыҫ йәшәгән халыҡ сифатлы медицина ярҙамына иҫәп тота алһын.
Шул арала
2024 йылдың ноябрендә республикала ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы базаһында Инсульт мониторингы үҙәге асылды. Белгестәр бында ҡатмарлы диагностик осраҡтарҙа компетентлы “икенсе фекер” алыу мөмкинлегенә эйә. Консультация 24/7 режимында үткәрелә. Был эштә яһалма интеллект ярҙам итә, ул медицина һүрәтләмәһен анализларға мөмкинлек бирә.
Мәсетле районы медицина учреждениелары табиптары ла үҙәк менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Баш табип Денис Бәйтуллин һүҙҙәренсә, табиптар һәм фельдшерҙар белгестәр менән аралаша, кәрәк булғанда консультация үткәрә, инсультҡа шик булған осраҡта пациент Мәсәғүт дауаханаһына ебәрелә, унда Өфөләге Инсульт мониторингы үҙәгенә ебәреү тураһында ҡарар ҡабул ителә.
– Инсультты иҫкәртеү һәм дауалау үҙәге – ул бик яҡшы башланғыс. Һәр фельдшер-акушер пунктының эшкә йәлеп ителеүе, белгес менән бәйләнешкә инеүе, тәҡдимдәр алыуы һәм эш итеүе мөһим, – тип билдәләй Радий Хәбиров.

 

Автор: