Ауыл фельдшеры – һаулығыбыҙға ҡағылышлы бөтә нескәлектәрҙе лә тиерлек белгән белгес. Пациенттар уға йыл һәм тәүлек әйләнәһенә мөрәжәғәт итә. Фельдшерҙар эш урынында сирлеләрҙе ҡабул итеүҙән тыш, уларҙың өйҙәренә бара, ҡан баҫымын үлсәй, система, уколдар ҡуя, дарыуҙар тәғәйенләй, сирҙәрҙе киҫәтеү буйынса эштәрҙе алып бара.
– Беҙҙең бурыс – медицина ярҙамын бөтә халыҡҡа ла яҡын һәм юғары сифатлы итеү, шул иҫәптән төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн дә, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Теләш һәм Ишәле ауылдарында йәш фельдшер Илнур Ҡәйүмов эшләй. Ул Теләштә тыуып үҫкән, урындағы мәктәпте тамамлаған. Красноуфимск медицина колледжы дипломы менән тыуған ауылына эшкә ҡайтҡан.
– Мин бала саҡтан кешеләргә ярҙам итергә хыялландым, шуға фельдшер һөнәрен һайланым. Күп туғандарымдың эшмәкәрлеге медицина менән бәйле. Был һөнәрҙе һайлағанға һис үкенмәйем, – тип һөйләй Илнур Ғәйнулла улы.
Теләш һәм Ишәле ауылдары халҡы үҙҙәренең фельдшерын профессионализм һәм иғтибарлы булыуы өсөн хөрмәт итә. Аҡ халатлының хеҙмәте – эш кенә түгел, ә хәстәр һәм шәфҡәтлелек менән һуғарылған булмыш. Ауыл ерендә эшләгән медицина хеҙмәткәре төрлө хәлдәргә әҙер булырға тейеш.
– Пациент янына төндә лә, иртәнсәк тә саҡырыуҙары ихтимал, шуға күрә фельдшер йыйылмаһы менән сумаҙан гел янымда. Кешеләр бик йыш юғары ҡан баҫымына, умыртҡа бағанаһы остеохондрозына, быуындар артрозына зарланып мөрәжәғәт итә. Пациенттарыма диспансеризацияны ваҡытында үтергә, Оло Ыҡтамаҡ үҙәк дауаханаһына мөрәжәғәт итергә кәңәш бирәм, сөнки ауырыуҙы дауалағанға ҡарағанда булдырмау яҡшыраҡ. Ауылдар буйлап “Сәләмәтлек поездары” йөрөүе лә халыҡ өсөн бик уңайлы, – тип билдәләй ул.
Буш ваҡытында Илнур Ғәйнулла улы ҡошсолоҡ менән шөғөлләнә, тәбиғәткә сығырға ярата, әүҙем спорт төрҙәре менән мауыға.
2022 йылда ул “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса түләү алды.
– Ошондай программа булыуына бик шатмын, ауылда эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн – ул ҙур ярҙам. Мин республика хөкүмәтенә ярҙамдары өсөн рәхмәтлемен. Кешеләргә ярҙам итеүемә бик шатмын, улар ҡәнәғәт һәм рәхмәтле. Эшемде бик яратам, – тип тамамлай ул һүҙен.
– Шарттарҙы үтәгәндә, ауылға йәш белгестәрҙе йәлеп итергә мөмкинлек биргән “Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса дәүләт ярҙамын алырға була. Шуныһы ҡыуаныслы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ауыл халҡының эшен дәртләндерә һәм уҡыу йорттарын тамамлаусылар тыуған районына ҡайта, – ти Мәсетле районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илнур Вәлиев.
Екатерина ӘМИРОВА.