Педиатр – кеше ғүмерендә беренсе табип. Ул баланың һаулығын тыуғандан алып уның үҫмер сағы тамамланғансы күҙәтә. Педиатр төрлө ауырыуҙарҙың билдәләрен һәм сабыйҙың торошоноң сәбәптәрен асыҡлай белергә тейеш.
Быйыл августан алып Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһында йәш участка педиатры Алһыу Баһауетдинова эш башланы. Ул бик яуаплы, иғтибарлы, эшһөйәр булыуы менән коллегаларының ихтирамын һәм бәләкәй пациенттарҙың, уларҙың ата-әсәләренең ышанысын яулап өлгөрҙө.
Алһыу Флорид ҡыҙы Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуып үҫкән, 2018 йылда лицейҙы тамамлаған. Башҡорт дәүләт медицина университетының “Педиатрия” факультетында уҡып диплом алды һәм быйыл йәй тыуған районына эшкә ҡайтты.
– Университетта уҡыу оҙаҡ, ҡатмарлы һәм ауыр булды. Әммә быларҙың барыһын да белем һәм күнекмәләр өсөн еңеп сығырға кәрәк. Уҡыу менән бер рәттән, артабан ниндәй йүнәлештә эшләү яҡшыраҡ булыуын аңлау өсөн, Өфө дауаханаларында эшләнем. Төнгө сменалар, дежурлыҡ, пациенттар менән аралашыу миңә баһалап бөткөһөҙ профессиональ тәжрибә бирҙе. Медицина университетында уҡыған ваҡытта педиатрияның тап үҙем үҫешергә теләгән йүнәлеш булыуын аңланым, – тип һөйләй йәш педиатр.
Һайланған һөнәре уның өсөн эш кенә түгел, ә мөһим һәм хөрмәтле миссия. Көн һайын Алһыу Флорид ҡыҙы киләсәк быуындың һаулығы өсөн бөтә көсөн һала. Тормошто балаларға бағышлар өсөн түҙемле, сабыр булыу, энтузиазм һәм бәләкәй пациенттарҙы ярата белеү мөһим.
– Бала саҡтан табип булырға хыялландым, миндә һәр ваҡыт кешеләргә ярҙам итеү теләге булды, һәм бына хыялым тормошҡа ашты. Балалар менән эшләү һөнәри белем генә түгел, айырым ҡараш, түҙемлек һәм башҡаларҙың хәленә инә белеүҙе талап итә. Сөнки йыш ҡына бала үҙен нимә борсоуын аңлайышлы итеп әйтә алмай, – ти Алһыу Баһауетдинова. – Бер көндә ҡабул итеүгә 25 – 50 пациент килә. Һәр бала үҙенсәлекле һәм һәр береһенә ҡараш табыу мөһим. Балалар миңә ыңғай көс бирә, проблемаларға һәм арыуға ҡарамаҫтан, был артабан да эшләргә дәрт өҫтәй, – тип тамамлай һүҙен Алһыу Флорид ҡыҙы.
Йәш белгес өлгәшелгәндәрҙә туҡталып ҡалмай һәм уҡыуын дауам итә – “Онкология” белгеслеге буйынса беренсе йыл ординатор булып тора.
– Йәш белгестәрҙең тыуған районына эшкә ҡайтыуы ҡыуаныслы. Был кадрҙарға ҡытлыҡты кәметә. Өҫтәүенә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте йәш белгестәргә ярҙам итә, шарттарҙы үтәгәндә, “Ауыл табибы” һәм “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы буйынса түләү рәүешендә дәүләт ярҙамын алырға мөмкин, – ти Мәсетле районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илнур Вәлиев.
Екатерина ӘМИРОВА.