Гөлгөнә Насирова Һөләймән ауылының фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләй, хеҙмәт ветераны. Уның ҡарамағында 295 кеше, шул иҫәптән 83 бала иҫәпләнә.
Гөлгөнә Ғиззәтулла ҡыҙы Һөләймән ауылында тыуып үҫкән, ата-әсәһе колхозда эшләгән. Ул бала саҡтан үҙен медицинаға бағышларға ҡарар итә һәм Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбен тамамлағандан һуң Златоуст медицина училищеһына уҡырға инә. Уны тамамлағас, хеҙмәт юлын Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл ҡалаһында хәрби базала башлай. Өс йылдан тыуған районына ҡайта, Ҡор-ғат ауылында фельдшер булып урынлаша. Йонос егетенә кейәүгә сыға, ауыл советында һәм колхозда эшләй. Бер нисә йылдан йәш ғаилә Һөләймән ауылына күсеп килә.
– Башлыса, пациенттар юғары ҡан баҫымына зарланып мөрәжәғәт итә. Диспансеризацияға ҙур баҫым яһайым, пациенттарға Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһына мөрәжәғәт итергә һәм тикшереү үтергә кәңәш бирәм, сөнки ауырыуҙы дауалауға ҡарағанда булдырмау яҡшыраҡ. Уларға һәр саҡ сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға, дөрөҫ туҡланырға, күп хәрәкәт итергә кәңәш бирәм. Тап диспансеризация ваҡытында ҡайһы бер кешеләрҙә ковидтан һуң шәкәр диабеты барлыҡҡа килеүе асыҡланды. Әле ауылдар буйлап “Сәләмәтлек поезы” йөрөүе лә һәйбәт, был халыҡ өсөн бик уңайлы, – тип билдәләне Гөлгөнә Ғиззәтулла ҡыҙы.
Юғары профессионализм һәм ярҙамсыллығы өсөн Һөләймән халҡы фельдшерын хөрмәт итә, Гөлгөнә Насирова бер ҡасан да ярҙам ҡулы һуҙмай ҡалмаҫ, тип ышана.
Медицина өлкәһендә төрлө хәлдәр була.
– Сыбаркүлдә эшләгәндә бер осраҡ айырыуса хәтерҙә ҡалды. Хәрбиҙәрҙең ғаиләләре ул саҡта минең пациенттарым ине. Батҡан һалдатты ҡотҡарыу өсөн минең арттан “Урал” машинаһы килде. Һыуҙан сығарҙылар, мин уны терелтергә тырыштым. Әлбиттә, зыян күреүсене ҡотҡарыу өсөн бар көсөбөҙҙө һалабыҙ, әммә ләкин, үкенескә күрә, күңелһеҙ хәлдәр ҙә булып ҡуя. Шуға күрә был профессияла һәр нәмәгә әҙер булырға кәрәк, – тип дауам итә ул.
Гөлгөнә Ғиззәтулла ҡыҙы ире Наил Хилаж улы менән ике бала тәрбиәләп үҫтергән, уларға юғары белем алырға ярҙам иткән. Улдары Айгиз Башҡорт медицина университетын тамамлаған, Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһында табип-невролог булып эшләй. Ҡыҙҙары Нурия Иглиндә йәшәй, иҡтисадсы. Бәхетле өләсәй-олатайҙы ике ейәнсәре һәм ейәне уңыштары менән ҡыуандыра.
2021 йылда Гөлгөнә Насирова “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса түләү алды.
– Ошондай программа булыуына бик шатмын, ауылда медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн – ул ҙур ярҙам. Мин республика хөкүмәтенә ышаныс күрһәткәндәре өсөн рәхмәтлемен. Ауырлыҡтарға, ваҡыт етмәүгә ҡарамаҫтан, эшемде бик яратам. Кешеләргә ярҙам итеүемә шатмын, уларҙың рәхмәтле булыуын тоям, – тип тамамланы ул һүҙен.
– Ауыл халҡы Гөлгөнә Ғиззәтулла ҡыҙын һәр пациентҡа иғтибарлы мөнәсәбәте өсөн хөрмәт итә. Шуныһы ҡыуаныслы: Башҡортостан хөкүмәте ауыл кешеһен эшендә дәртләндереү өсөн саралар күрә. Республика программалары ярҙамында уҡыу йорттарын тамамлаусылар ауыл еренә эшкә ҡайта, – тине Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының баш табибы вазифаһын башҡарыусы Раян Мөхәмәҙиев.
Екатерина ӘМИРОВА.