Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
21 Июнь , 10:00

“Ҡарағай” шифаханаһы – Бөтә Рәсәй “Шифахана-2024” форумында

Башҡортостандың “Ҡарағай” шифаханаһы 2024 йылдың 10 – 13 июнендә Ярославль ҡалаһында уҙған “Шифахана-2024” XXIII Бөтә Рәсәй форумында ҡатнашты. Форум сиктәрендә Бөтә Рәсәй шифахана-курорт ҡаҙаныштары күргәҙмәһе ойошторолдо, унда бөтә Рәсәйҙән алдынғы төрлө шифахана белгестәре һәм вәкилдәре йәлеп ителде.

“Ҡарағай” шифаханаһы – Бөтә Рәсәй “Шифахана-2024” форумында
“Ҡарағай” шифаханаһы – Бөтә Рәсәй “Шифахана-2024” форумында

“Шифахана-2024” форумы – аяҡҡа баҫтырыу дауалауы, медицина реабилитацияһы һәм курортология үҫешенең заманса тенденциялары тураһында мәғлүмәт һәм тәжрибә менән уртаҡлашыу өсөн үҙенсәлекле майҙансыҡ ул. Форумда Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән 250-гә яҡын ойошма, 10 меңдән ашыу кеше: Рәсәй Федерацияһы Президенты хакимиәте, Федерация Советы һәм Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы – Дәүләт Думаһы, Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте, Мәскәү хөкүмәте, министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре, Рәсәй Фәндәр академияһы ғалимдары, ғилми-тикшеренеү үҙәктәре белгестәре, һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусылар, шифахана-курорт учреждениелары етәкселәре, табиптар, заманса медицина аппаратураһы һәм фармацевтика препараттары уйлап сығарыусылар һәм етештереүселәр, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.
Беҙҙең сәләмәтләндереү учреждениеһы исеменән был абруйлы форумда “Ҡарағай” шифаханаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Артур Рәмил улы Бәҙретдинов сығыш яһаны. Шулай уҡ делегация составында шифахананан дауалау-диагностика комплексы начальнигы Таисия Рәмил ҡыҙы Бәҙретдинова һәм реклама бүлеге начальнигы Эльвина Ришат ҡыҙы Мөхәмәтйәрова ҡатнашты. Күргәҙмә барышында улар форумға килеүселәрҙе шифахананың ҡаҙаныштары менән таныштырҙы, тәбиғи дауалау факторҙары, шулай уҡ беҙҙең шифаханала ҡулланылған заманса һауыҡтырыу технологиялары хаҡында мәғлүмәт менән уртаҡлашты.
Форум барышында бик күп төрлө семинарҙар, түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо, уларҙа шифахана-курорт дауалауы һәм һауыҡтырыу өлкәһендә көнүҙәк мәсьәләләр һәм яңы тенденциялар тикшерелде. Сарала ҡатнашыусыларҙың тәжрибә уртаҡлашыу, һөнәри бәйләнеш булдырыу һәм тармаҡты үҫтереү мөмкинлеге булды.
“Шифахана-2024” Бөтә Рәсәй форумы йомғаҡтары буйынса “Ҡарағай” шифаханаһы “Тәбиғи дауалау факторҙарын файҙаланыу буйынса иң яҡшы шифахана”, “Ләм менән дауалаусы иң яҡшы учреждение” һәм “Иң яҡшы һыу менән дауалау учреждениеһы” номинацияларында өс алтын миҙал, шулай уҡ шифахананың 55 йыллығы хөрмәтенә Милли курорт ассоциацияһының юбилей миҙалы менән бүләкләнде. Был наградалар беҙҙең шифаханала күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең юғары кимәлен, профессионализмын һәм сифатын дәлилләй.
“Шифахана-2024” форумын ойоштороусы, Милли курорт ассоциацияһы президенты, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Александр Николаевич Разумов Башҡортостан Республикаһы шифаханаларының иң юғары стандарттарға яуап биреүен һәм яҡшы үҫеш перспективаларына эйә булыуын билдәләне. Ул шулай уҡ “Ҡарағай” шифаханаһы етәкселеген шифахананың Башҡортостан Республикаһы шифахана-курорт тармағын үҫтереүгә индергән өлөшөн билдәләп, алған наградалары менән ҡотланы.
“Шифахана-2024” форумында ҡатнашыу “Ҡарағай” шифаханаһы эшмәкәрлегенең мөһим этабына әүерелде. Ул шифахана-курорт системаһында уның позицияларын нығытыуға һәм Башҡортостан Республикаһында ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә танылыуын киңәйтергә булышлыҡ итә.
Эльвина
МӨХӘМӘТЙӘРОВА, “Ҡарағай” шифаханаһының реклама бүлеге начальнигы.

“Ҡарағай” шифаханаһы – Бөтә Рәсәй “Шифахана-2024” форумында
“Ҡарағай” шифаханаһы – Бөтә Рәсәй “Шифахана-2024” форумында
“Ҡарағай” шифаханаһы – Бөтә Рәсәй “Шифахана-2024” форумында
“Ҡарағай” шифаханаһы – Бөтә Рәсәй “Шифахана-2024” форумында
Автор: