Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
28 Май , 14:25

Алкоголь менән ағыуланыуҙы иҫкәртеү

Май байрамдарында халыҡ араһында алкоголь менән ағыуланыуға бәйле “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтен саҡырыу осраҡтары теркәлде.

Алкоголь менән  ағыуланыуҙы иҫкәртеү
Алкоголь менән ағыуланыуҙы иҫкәртеү

Республикала спиртлы эсемлектәрҙе ҡулланыуҙы кәметеүгә йүнәлтелгән саралар күрелеүгә ҡарамаҫтан, ағыуланыу кимәле юғары ҡала.
Спиртлы эсемлектәрҙән ағыуланыу осраҡтарын иҫкәртеү өсөн Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы белгестәре түбәндәге кәңәштәрҙе үтәргә саҡыра:
– алкоголь продукцияһын ваҡлап һатыуға лицензияһы булған магазиндарҙа ғына һатып алығыҙ (лицензия тураһында мәғлүмәт ҡулланыусылар өсөн стендта күрһәтелергә тейеш);
– алкоголь продукцияһын һатып алғанда тышына иғтибар итергә кәрәк: шешәләге этикетка тигеҙ йәбештерелергә һәм продукцияның атамаһы, етештереүсенең урынлашҡан урыны, һаҡлау шарттары, яраҡлылыҡ ваҡыты тураһында кәрәкле мәғлүмәттең тулы күләме бирелергә тейеш;
– акциз маркаһы булмаған, тығыҙ ябылмаған, төпрә һәм сит өҫтәмәләр ингән алкоголь продукцияһын һатып алмаҫҡа;
– интернет селтәре аша алкоголле эсемлектәр һатып алмаҫҡа;
– спирт нигеҙендә эшләнгән дарыу препараттарын дауалаусы табип күрһәтмәһе буйынса ғына һатып алырға һәм ҡулланырға;
– көнкүрештә һәм техник ихтыяждар өсөн ҡулланылған спиртлы шыйыҡсаларҙы бер ниндәй шарттарҙа ла эсмәҫкә.
Көнкүреш химияһы һәм косметика тауарҙарына ҡараған спиртлы продукцияны, алкоголь суррогатын ҡулланыу ғүмер һәм һаулыҡ өсөн хәүефле!
Күптән түгел Рәсәй хөкүмәтендә 2030 йылға тиклем алкоголь ҡулланыуҙы ҡыҫҡартыу концепцияһын раҫланылар. Башҡортостанда, дөйөм федераль программаларҙан тыш, айыҡлыҡты пропагандалауға йүнәлтелгән төбәк саралары ла ҡулланыла. 2019 йылда уҡ Радий Хәбиров эскелеккә ҡаршы көрәш уның сәйәсәтенең өҫтөнлөклө бурыстарының береһе булыуын белдергәйне.
Барлыҡ муниципалитеттарҙа ялған алкоголь етештереүселәргә һәм һатыусыларға ҡаршы көрәш көсәйтелде.
Байрам көндәрендә хәмер һатыуҙы сикләү тәжрибәһе уңышлы ҡулланыла. Республика биләмәһендә киләһе көндәрҙә спиртлы эсемлектәр һатыу тыйыла: муниципаль район, ҡала округы һабантуйҙарында, Һуңғы ҡыңғырау байрамында, Йәштәр көнөндә һәм ошо байрамға арналған саралар уҙғарылған осорҙа, Белем көнөндә, Яңы йыл каникулдарында.
Алкоголизмға ҡаршы көрәш саралары көсәйтелеү һөҙөмтәһендә Башҡортостанда “Айыҡ ауыл” республика конкурсы тағы ла киңерәк йәйелдерелде. 2022 йылда унда 1120 торама пункт ҡатнашҡан.

Автор: