Ҡыҙылса – сирлелә юғары температура, дөйөм ағыуланыу, күҙҙәр лайлаһы елһенеүе, йотҡолоҡ, өҫкө тын алыу юлдары шешеү, сабыртҡы күҙәтелгән киҫкен вируслы юғары йоғошло ауырыу.
Ҡыҙылса ҡуҙғытҡысы – тышҡы мөхиттә тотороҡһоҙ вирус. 30 минуттан ҡояш яҡтыһы, ультрафиолет нурҙары йоғонтоһонда 50 градус температурала әүҙемлеген юғалта, түбән температураны яҡшы үткәрә.
Резервуар һәм инфекция сығанағы – ауырыу кеше. Сирленең башҡалар өсөн зарарлы осоро инкубацияның һуңғы көндәрендә, тотош катараль (йүткереү) осорҙа, сабыртма булғанда дауам итә. Сирләгәндән һуң ғүмерлеккә иммунитет барлыҡҡа килә. Ҡабаттан ҡыҙылса менән ауырыу һирәк осрай. Вирус сөскөргәндә, йүткергәндә, һөйләшкәндә шайыҡ тамсылары менән тарала. Әгәр кеше ҡыҙылса менән сирләмәһә йәиһә ошо инфекцияға ҡаршы прививка яһатмаһа, сирле менән бәйләнешкә ингәндән һуң 100 процент осраҡта ауырыу йоға. Ауырыу тыуҙырғыстың еңел тапшырылыуы, ҡыҙылса вирусына юғары һәм дөйөм һиҙгерлек уның киң таралыуына килтерә, тәү сиратта, балалар араһында. Шулай уҡ ҡыҙылса менән алдан ауырымаған һәм прививка яһатмаған өлкәндәр ҙә сирләргә мөмкин. Өлкәндәрҙә ул ауырыраҡ үтә.
Инфекция барышының өс осоро айырыла: катараль, сабыртма сығыу, реконвалесценция (һауығыу осоро).
Катараль осор киҫкен башлана. Дөйөм хәлһеҙлек, баш ауыртыуы, аппетит кәмеү, йоҡо боҙолоу осраҡтары барлыҡҡа килә. Тән температураһы күтәрелә, ауыр формала ул 39 – 40 градусҡа етә. Ауырыуҙың тәүге көндәренән күп лайлалы бүлендектәр менән тымау күҙәтелә. Ҡоро йүткереү барлыҡҡа килә, балаларҙа ул йыш ҡына ныҡ көслөгә әйләнә, тауыш ҡарлыға, күҙ ҡабағы ҡыҙара, яҡтынан ҡурҡыу күҙәтелә. Дөйөм алғанда, катараль осор 3 – 5 көн дауам итә, 6 – 8 көнгә тиклем һуҙыла. Осор аҙағында тән температураһы түбәнәйә.
Сабыртма сығыу осорона ал йәиһә ҡыҙыл төҫтәге таптар сығыуы, температураның ҡабаттан күтәрелеүе хас. Ҡыҙылса сабыртмаһы этаплап барлыҡҡа килә. Сабыртма осоро – тымау, йүткереү, күҙ йәше ағыу, яҡтылыҡтан ҡурҡыу, юғары тән температураһы кеүек катараль күренештәр менән оҙатылып бара. Уның бөтөүе шул тәртиптә килә – өҫтән аҫҡа табан кәмей.
Реконвалесценция осоро (һауығыу) дөйөм хәлдең яҡшырыуы менән билдәләнә. Температура яҡшыра, аҡрынлап катараль билдәләр юғала. Сабыртма элементтары ағара һәм юғала. Ул юғалғандан һуң тире ҡауаҡланыуы күҙәтелә, башлыса – биттә.
Ауырлыҡ дәрәжәһе буйынса еңел, уртаса, ауыр, шулай уҡ атипик (еңелсә ҡыҙылса) формаларға айырыла.
Ҡыҙылса ваҡытында өҙлөгөүҙәр – үпкә, танау, йотҡолоҡ юлдары шешеү, конъюнктивит барлыҡҡа килә, ҡолаҡ шешә.
Үлем осраҡтарының күпселек өлөшөн тәшкил иткән менингит (баш мейеһе тиресәһе шешеүе), энцефалит (баш мейеһе матдәләре шешеүе) иң көслө өҙлөгөү булып тора.
Әгәр һеҙ йәиһә балағыҙ ауырый ҡалһа, тиҙ арала медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итергә, табипты өйгә саҡыртырға, поликлиникаға үҙ аллы бармаҫҡа, ә табип килгәнсе туғандарығыҙ, таныштарығыҙ һәм башҡа кешеләр менән аралашмаҫҡа, йүткергән, сөскөргән саҡта ауыҙығыҙҙы һәм танауығыҙҙы ҡапларға, ҡулдарығыҙҙы һабынлы һыу менән йыуырға кәрәк. Үҙ аллы дауаланмаҫҡа!
Инфекцияға ҡаршы көрәштең хәл иткес файҙалы ысулы – вакцинация. Милли профилактик прививкалар календарына ярашлы, ҡыҙылсаға ҡаршы планлы вакцинация 12 айҙа һәм 6 йәштә ҡабаттан үткәрелә. Шулай уҡ ҡыҙылса менән алдан ауырымаған, прививка яһатмаған йәиһә ҡыҙылсаға ҡаршы прививка яһалғанмы-юҡмы икәнлеген белмәгән 18 – 35 йәшлек өлкәндәргә; 36 йәштән алып 55-кә тиклем хәүеф төркөмөнә ҡараған (медицина һәм мәғариф ойошмалары, сауҙа, транспорт, коммуналь һәм социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре; вахта ысулы менән эшләгән, прививка яһатмаған, бер тапҡыр ғына яһатҡан, ҡыҙылсаға ҡаршы мәғлүмәттәре булмаған) кешеләргә прививка яһалырға тейеш. Ата-әсәләре прививканан баш тартҡан балалар хәүеф төркөмөнә инә.
Ҡыҙылса менән ауырыған кеше менән бәйләнештә булғандарға, үҙҙәренең ҡыҙылсаға ҡаршы прививка эшләнеүе, элек сирләүе тураһында белмәгән осраҡта, 72 сәғәт дауамында ашығыс вакцинация эшләтергә кәрәк. Вакцина ныҡлы иммунитет булдыра. Эпидемиологик хәл насарайған ваҡытта ла вакцинация ҡыҙылсаның үҫешеүен иҫкәртә.
Рима АЛЮКОВА,
Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы табип-эпидемиологы.