Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
3 Ноябрь 2023, 15:50

Заман менән бергә атлау – “Ҡарағай” шифаханаһының иң мөһим бурыстарының береһе!

“Ҡарағай” шифаханаһы коллективы исеменән һәм шәхсән үҙемдән Мәсетле районы халҡын дәүләт байрамы – Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотлайым!Был байрам күп милләтле халыҡтың берҙәмлеген, быуындар бәйләнешен символлаштыра, һәр беребеҙҙең Тыуған илебеҙ яҙмышына ҡағылышлы булыуын күрһәтә. Был көн ышаныслы алға барыу һәм Тыуған ил мәнфәғәтенә яңы ҡаҙаныштар өсөн көс бирһен! Был мөһим көндә ныҡлы һаулыҡ, оҙон һәм бәхетле ғүмер йылдары, бөтмәҫ энергия, оптимизм, дәрт, яҡшы кәйеф, сағыу ваҡиғалар, баш өҫтөндә тыныс күк йөҙө, бөтә эштәрҙә, башланғыстарҙа уңыштар теләйбеҙ. Ғаиләләрегеҙҙә татыулыҡ, мөхәббәт һәм үҙ-ара аңлашыу йәшәһен!Иң изге теләктәр менән “Ҡарағай” шифаханаһы директоры А. Р. БӘҘРЕТДИНОВ.

Заман менән бергә атлау – “Ҡарағай”  шифаханаһының иң мөһим бурыстарының береһе!
Заман менән бергә атлау – “Ҡарағай” шифаханаһының иң мөһим бурыстарының береһе!

Халыҡтың һаулығын нығытыу Башҡортостан Республикаһы социаль сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып тора. Мәсетле районында урынлашҡан “Ҡарағай” шифаханаһы халыҡтың сәләмәтлеген яҡшыртыуға үҙ өлөшөн индерә. Уның төп бурысы – заманса, юғары һөҙөмтәле һәм конкуренцияға һәләтле шифахана-курорт комплексы, уңайлы йәшәү шарттары булдырыу, төрлө хеҙмәттәргә ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү һәм медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын яҡшыртыу өсөн киң мөмкинлектәр асыу, ял итеүселәр өсөн хеҙмәтләндереү сервисын яҡшыртыу.
“Ҡарағай” шифаханаһы 2019 йылдан динамик үҫешә. Финанс-иҡтисади күрһәткестәр яҡшыртыла, матди-техник базаны яңыртыу буйынса даими эш алып барыла: корпустарға капиталь ремонт, номерҙар фондына ремонт үткәрелә, яңы ҡорамалдар, көнкүреш техникаһы һәм мебель һатып алына. Территорияны төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса эштәр баш-ҡарылған – 400-ҙән ашыу ағас үҫентеһе ултыртылған.
Шифаханала номерҙар фонды арта. Капиталь ремонттан һуң ике яңы ҡунаҡ йорто асылды, унда заманса һәм уңайлы бер урынлы “Ярым-люкс” категориялы номерҙар һәм “Стандарт” категориялы ике урынлы номер-ҙар урынлашҡан. Шулай уҡ коттедждарҙың береһен реконструкциялағандан һуң өҫтәмә рәүештә “Люкс” категорияһындағы ике заманса номер файҙаланыуға тапшырыла.
Оргтехника, йәшәү өсөн тәғәйенләнгән корпустарға мебель, телевизорҙар, һыуытҡыстар, шифахананың дауалау-диагностика комплексына яңы озон менән дауалау аппараты, Marutaka һәм Nuga best яңы массаж аппараттары, лазерлы “Лазмик-ВЛОК” терапевтик аппараты, яңы Stat fax 1904+ биохимик анализаторы һатып алынды һәм яңы okkervil гидромассаж ваннаһы ҡуйылды. Ҡуртымға биреү пунктына яңы спорт инвентары, йәмәғәт туҡланыуы бүлегенә яңы аш-һыу бүлмәһе техникаһы һәм гигиенаны максималь тәьмин итеү, ваҡытты экономиялау мөмкинлеге биргән сәғәтенә 2000 тәрилкә, сынаяҡ йыуған яңы тоннель һауыт-һаба йыуыу машинаһы һатып алынды.
2023 йылда “Ҡарағай” шифаханаһында ребрендинг үткәрелде һәм яңы логотип, фирма стиле раҫланды. Яңы логотип шифахананың төп хеҙмәте – тәбиғәт факторҙары менән дауалау – нигеҙендә тупланған. Логотип – зәңгәр, йәшел һәм һары төҫтәр сағылышында милли башҡорт биҙәге менән уратылған түңәрәк. Башҡорт орнаменты башҡорт милли традицияларын ҡабул итеүҙе көсәйтеү өсөн ҡулланыла, ул график төҙөлөштә логотип менән гармониялы яраша.
Түңәрәктең уртаһында зәңгәр һәм йәшел төҫтәге ҡарағай ағасы һүрәтләнгән, ул шифахана территорияһындағы ҡарағай урманын символлаштыра. Ҡарағай аҫтындағы ҡара тамсы төп тәбиғәт факторҙарының береһен – шифахана эргәһендәге күлдән сығарылған һәм ял итеүселәрҙе дауалауҙа ҡулланыл-ған сапропель ләмде – аңлата.
Ҡарағай һәм тамсы тирәләй өс төҫтәге түңәрәкләнгән һыҙаттар: йәшел – ҡарағай урманы, зәңгәр – тәбиғи фактор – “Ҡарағай” минераль һыуы һәм шифахана территорияһындағы һыуһаҡлағыс, ҡара – шифалы сапропель ләм.
Дөйөм алғанда, сағыу төҫтәр һәм графика ярҙамында экологик курорт менән ассоциация тыуа. Шифахананың төп ҡиммәттәре – кешеләрҙең һаулығына иғтибар, профессионализм һәм шифахана-курортта дауалау тәжрибәһе, дуҫтарса сервис һәм уңайлылыҡ.
“Ҡарағай” шифаханаһы яңы бренд аҫтында күргәҙмәләрҙә әүҙем ҡатнаша, унда шифахана күрһәткән хеҙмәттәр менән таныштыра, шулай итеп “Ҡарағай”ҙа ял итеүгә һәм һауыҡтырыуға тағы ла күберәк ҡунаҡтарҙы йәлеп итә. Шифахана күрше төбәктәрҙә йәшәүселәр араһында популяр була бара. Күптән түгел, 2023 йылдың 13-14 октябрендә, шифахана Екатеринбург ҡалаһында “Ельцин-Центр” бизнес-үҙәгендә үткән “Дауалан һәм ял ит-2023” күргәҙмәһендә ҡатнашты.
Шулай уҡ шифахананың яңы sankaragai.ru сайты эшләнде. Үҙгәрештәр шифахананың тышҡы йөҙөнә генә түгел, ә уның мәғлүмәт менән тулыланыуына ла ҡағылды.
Әлеге ваҡытта шифахананы үҫтереүҙең перспективалы планы ял итеүселәрҙе хеҙмәтләндереү сервисын һәм сифатын күтәреү менән бәйле. Шифахананың торлаҡ корпустары араһында йылы үткәүел төҙөү буйынса проект документацияһы тамамлана. Ул торлаҡ корпустарҙы дауалау-диагностика комплексы менән тоташтырырға тейеш, был ял итеүселәргә, һауа шарттары арҡаһында уңайһыҙлыҡтар кисермәйенсә, йәшәү корпусынан дауалау-диагностика комплексына күсергә һәм дауаланырға мөмкинлек бирәсәк.
Ял итеүселәрҙең артыуына, шифахана-курорт дауалау хеҙмәттәре баҙарында ихтыяжға таянып, шифахана номерҙар фондын артабан арттырырға һәм ял итеүселәргә уңайлы йәшәү шарттарын булдырыуҙы камиллаштырырға ниәтләй.
2022 йылдан ял итеүселәр һаны артты, һәм шифахана хеҙмәттәренән ҡулланыусылар менән юғары тәьмин ителгәнлеккә бәйле, персонал штаты киңәйтелде. Уртаса эш хаҡы 2018 йыл менән сағыштырғанда 94,4 процентҡа артты. 2018 йылда шифахана хеҙмәткәрҙәренең уртаса айлыҡ эш хаҡы 19966 һум булһа, 2023 йылда 38812 һум тәшкил итә.
Беҙҙең коллективта эшһөйәр, квалификациялы белгестәр эшләй, улар ярҙамында шифаханабыҙ үҫә һәм үҫешә. 2023 йылда Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының Почет грамотаһы менән директорҙың беренсе урынбаҫары Юлиә Нәҡип ҡыҙы Захарчук, табип-невролог Роза Хөрмәт ҡыҙы Ғәҙелшина, дауалау физкультураһы буйынса табип Алина Мәснәүи ҡыҙы Саражина бүләкләнде. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының Почет грамотаһы менән күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн директорҙың сервис буйынса урынбаҫары Илфак Әнүәр улы Ғәниев, медицина цехы сестра-хозяйкаһы Гөлнара Аданис ҡыҙы Вәлиәхмәтова, дауалау-диагностика комплексының физиотерапия буйынса шәфҡәт туташы Фәүзиә Наил ҡыҙы Хәйретдинова, дауалау-диагностика комплексы сестра-хозяйкаһы Роза Рим ҡыҙы Хәмиҙуллина, йәмәғәт туҡланыуы бүлегенең шеф-ашнаҡсыһы Ләйсән Мөхәмәтнур ҡыҙы Хисаметдинова, медицина цехы санитаркаһы Гөлнара Илдар ҡыҙы Хөпөтдинова бүләкләнде.
“Ҡарағай” шифаханаһы йыл әйләнәһенә ҡунаҡтарҙы ҡабул итергә һәм ял итеү, күңел асыу, организмды тулыһынса һауыҡтырыу өсөн яҡшы шарттар булдырырға әҙер. Беҙҙә дауаланыу, ял итеү өсөн бөтә кәрәкле курорт инфраструктураһы – торлаҡ һәм медицина корпустары, ашхана, ҙур ябыҡ бассейн, тренажер залы, минимаркет, кафетерий, профессиональ ҡорамалдар һәм бильярд залы менән “Икра” караоке-бары, спорт инвентарын ҡуртымға биреү пункты, ял үҙәге бар.

Адресыбыҙ: 452550,
Башҡортостан Республикаһы,
Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Курорт урамы, 90.
Телефондар: 8 (800) 300-82-77 (Рәсәй буйынса бушлай),
+7 (909) 347-27-77, +7 (906) 372-27-77.

Эльвина МӨХӘМӘТЙӘРОВА.

Заман менән бергә атлау – “Ҡарағай”  шифаханаһының иң мөһим бурыстарының береһе!
Заман менән бергә атлау – “Ҡарағай”  шифаханаһының иң мөһим бурыстарының береһе!
Заман менән бергә атлау – “Ҡарағай”  шифаханаһының иң мөһим бурыстарының береһе!
Заман менән бергә атлау – “Ҡарағай”  шифаханаһының иң мөһим бурыстарының береһе!
Заман менән бергә атлау – “Ҡарағай”  шифаханаһының иң мөһим бурыстарының береһе!
Заман менән бергә атлау – “Ҡарағай” шифаханаһының иң мөһим бурыстарының береһе!
Автор: