Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
21 Март 2023, 09:35

Йәшерен һәм мәкерле

Республикала “Берҙәм рәсәй” партияһының “Өлкән быуын” проекты нигеҙендә остеопорозды иҫкәртеү эше алып барыла Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, Рәсәйҙә 50 йәштән өлкән һәр өсөнсө ҡатын-ҡыҙ һәм һәр бишенсе ир-егет остеопороз менән яфалана. Һуңғы йылдарҙа ул шул тиклем актуаль булып китте, хатта Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙары, онкология һәм шәкәр диабетынан ҡала, уны хроник ауырыуҙан үлеүҙең дүртенсе сәбәбе тип атаны.

Йәшерен һәм мәкерле
Йәшерен һәм мәкерле

Остеопорозды иртә стадияла нисек асыҡларға һуң? Уны иҫкәртеп буламы, кемгә янай һәм уға ҡаршы нисек көрәшергә? Был турала Баш-ҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының остеопороз һәм остеоартроз буйынса баш штаттан тыш белгесе, Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы базаһындағы республика остеопорозды иҫкәртеү һәм дауалау үҙәге етәксеһе, медицина фәндәре кандидаты Илфат Ғафаров һөйләй.


Был сир нилектән барлыҡҡа килә һәм кемдәр уға дусар
– Илфат Радмир улы, ни өсөн остеопорозды табиптар йыш ҡына “йәшерен эпидемия” тип атай?
– Сөнки уны тәүге этапта таныуы ауыр, оҙаҡ ваҡыт йәшерен формала йөрөй, аҡрынлап көсәйә һәм һынылыштан һуң ғына үҙен күрһәтә. Остеопороз – матдәләр алмашыныуы боҙолоу менән бәйле һөлдә һөйәктәренең хроник ауырыуы. Һөйәк туҡымаһының структураһы мурт була бара, шуға күрә минималь йәрәхәтләнгәндә лә һыныуы ихтимал. Оло йәштәгеләрҙең бот һөйәге муйынтығы һыныуы бигерәк тә ҡурҡыныс. Һәр икенсе зыян күреүсе ғүмерлеккә инвалид булып ҡала, һәр дүртенсеһе йәрәхәтләнгәндән һуң өс йыл дауамында үлә һәм пациенттарҙың дүрттән бер өлөшө генә ғәҙәти тормошҡа ҡайта.
– Остеопороз менән оло йәштәгеләр генә яфаланамы?
– Нигеҙҙә шулай, әммә ауырыу йәшәрә. Бөгөн ул 30-40 йәштәрҙәгеләрҙә генә түгел, хатта үҫмерҙәрҙә лә осрай. Бының сәбәптәре төрлө. Иң элек – генетика. Әсә кешенең һөйәге һына икән, тәү сиратта – янбаш һөйәге, ул үҙенең һөйәк муртлығын автоматик рәүештә балаһына мираҫ итеп тапшыра. Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙҙар йышыраҡ остеопороз менән яфалана. Миҫал өсөн, менопауза башланғандан һуң, шул иҫәптән операция яһау арҡаһында ла. Һөҙөмтәлә организмда эстроген һәм прогестерон кимәле кәмей, һөйәктәрҙең тығыҙлығына тәьҫир итеүсе билдәле бер препараттар ҡабул итеү талап ителә. Миҫал өсөн, менопауза башланғандан һуң, шул иҫәптән операция яһау арҡаһында ла. Һөҙөмтәлә организмда эстроген һәм прогестерон кимәле кәмей, һөйәктәрҙең тығыҙлығына тәьҫир итеүсе билдәле бер препараттар ҡабул итеү талап ителә.
Д витамины етешмәүе (ҡояш нуры аҙ булған төбәктә йәшәйбеҙ), кальцийҙы аҙ ҡулланыу, аҙ хәрәкәт итеп йәшәү рәүеше лә кире йоғонто яһай. Әйткәндәй, түлһеҙлектән дауаланған йәш ир-егеттәр йыш ҡына остеопороз менән яфалана.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 17 мартының  11ы һанында уҡығыҙ.

Автор: