Әммә был тынысланырға сәбәп түгел, үҙ һаулығыңды контролдә тоторға кәрәк. Үҙәк район дауаханаһы баш табибының медицина бүлеге буйынса урынбаҫары Раян Мөхәмәҙиев бөгөн Мәсетле районында коронавирус инфекцияһы буйынса хәлдең нисек булыуы, ауырыуҙың тәүге билдәләрендә нимә эшләргә кәрәклеге һәм иҫкәртеү саралары тураһында һөйләне.
– Йыл башынан алып 28 февралгә ҡарата Мәсетле районында 13 коронавирус инфекцияһы осрағы теркәлгән, уларҙың 12-һе лабораторияла асыҡланған, алты кеше амбулатор шарттарҙа дауалана, Зубово ауылындағы клиник-диагностика инфекция госпиталендә – бер кеше. Алтыһы һауыҡҡан, берәүһе (пациентҡа 77 йәш) Зубово ауылындағы госпиталдә вафат булған, – тип аңлата Раян Вәис улы. – Инфекцияның төп проблемаһы – уның билдәләре башланғыс этаптарҙа миҙгелле киҫкен респиратор вируслы инфекция һәм киҙеү билдәләренән айырылмауында. Ошондай үҙенсәлектәрҙе иғтибарға алғанда, сирҙең тәүге билдәләре беленеү менән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Һуң мөрәжәғәттәр өҙлөгөүгә – вируслы пневмонияның ауыр формаһына килтерә.
– Ниндәй йәштәгеләр коронавирусҡа бирешеүсән?
– Улар, башлыса, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы, тын алыу органдары ауырыу-ҙары, шәкәр диабеты менән яфаланыусы өлкән йәштәге кешеләр. Улар, вирус йоҡтороуҙан ҡурҡып, поликлиникаға килмәй, өйҙә үҙ аллы дауалана, был иһә өҙлөгөүгә килтерә.
– Ковидтың үҙенән тыш, йыш ҡына ковидтан һуңғы синдром тураһында һөйләйҙәр, әммә уның нимә икәнен барыһы ла аңламай. Был нимә ул?
– Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, COVID-19 вирусы менән сирләгәндәр ковидтан һуңғы синдромға эйә. Бындай синдромдың төп проблемаһы – ҡан тамырҙарының зарарланыуы, улар мейе, йөрәк, бауыр, бөйөр, тире кеүек ағзаларҙы ҡан менән тәьмин итеү һәләтен юғалта. Кешеләр шулай уҡ күреү һәләтен юғалта бик йыш зарлана. Был айырыуса хроник сирҙәр менән яфаланғандарҙа осрай.
– Әгәр кеше сирҙе кисер-һә, уға реабилитация кәрәкме?
– Мотлаҡ. Бигерәк тә коронавирус пневмонияһының уртаса ауырлыҡтағы һәм ауыр формаларын үткәргән пациенттарға комплекслы реабилитация тәҡдим ителә. Был сир менән ауырығандар медицина страховкалау полисы буйынса бушлай ентекле диспансерлаштырыу үтә ала. Әгәр ошо тикшереү барышында кешелә хроник йоғошло булмаған, шул иҫәптән кисергән ковид менән бәйле ауырыуҙар асыҡланһа, уны билдәләнгән тәртиптә диспансер күҙәтеүенә ҡуйырға тейештәр. Күрһәтелгән осраҡта ул тейешле дауаланыу һәм медицина реабилитацияһы, шулай уҡ дарыуҙар алыу мөмкинлегенә эйә.
– Ә ревакцинацияға килгәндә, уны эшләргә кәрәкме?
– Эйе, яҡын арала Өфөнән COVID-19 вирусынан яңы вакциналар партияһы ҡайтарылыуы көтөлә. Бөгөнгә, ревакцинация статистикаһына ярашлы, ҡайһы бер ауыл биләмәләрендә ревакцинация кимәле 0 процент тәшкил итә. Бындайҙар иҫәбенә Дыуан-Мәсетле, Йонос, Иҫке Мишәр, Аҙанғол, Түбәнге Бобин ауылдары инә.
– Был ауырыуҙан үҙ-үҙеңде нисек тә һаҡлап ҡалырға мөмкинме?
– Үҙегеҙҙе һаҡлар өсөн иң мөһиме – ҡулдарҙың һәм өй, йыһаздарҙың таҙалығын тәьмин итеү. Уларҙы һабынлы һыу менән йыуырға йәиһә дезинфекция сараларын ҡулланырға, медицина учреждениеларына килгәндә битлек режимын үтәргә кәрәк.
Айһылыу ҒӘЛӘМШИНА әҙерләне.