Мәсетле тормошо
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
23 Декабрь 2022, 16:15

Медицина ярҙамы күрһәтеү мәсьәләләренә – көнүҙәк иғтибар

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы, 14 декабрҙә район Мәҙәниәт һарайында медицина хеҙмәттәре мәсьәләләре буйынса халыҡ менән осрашыу уҙҙы.

Медицина ярҙамы күрһәтеү мәсьәләләренә –  көнүҙәк иғтибар
Медицина ярҙамы күрһәтеү мәсьәләләренә – көнүҙәк иғтибар

Сарала район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, уның урынбаҫарҙары Азамат Ҡәләмов менән Альберт Сәғҙәтов, Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының баш табибы Булат Сәйетов, һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һәм Мәсетле районы халҡы ҡатнашты.
Әнис Ҡасим улы Мәсетле районында һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге хәл тураһында һөйләне, үҙәк район дауаханаһы эшендәге ыңғай тенденцияларҙы билдәләне. Район хакимиәте башлығының билдәләүенсә, үҙәк дауаханала сир-ҙәрҙе профилактикалауға һәм диспансеризацияға ҙур иғтибар бүленә.
Мәсетле районында һуңғы бер нисә йылда Тәкә, Кесе Ыҡтамаҡ, Түбәнге Бобин, Иҫке Мишәр, Әжекәй, Яңы Мөслим, Октябрьск ауылдарында йәмғеһе ете фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа индерелгән. Уҙған йылда фельдшер-акушерлыҡ пункттары өсөн 15 ноутбук алынған, был фельдшерҙарҙың эш урындарын 100 процентҡа персональ компьютерҙар менән йыһазландырырға мөмкинлек биргән, шулай уҡ үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре өсөн 60 дана компьютер ҡайтарыл-ған. Әләгәҙ табип амбулаторияһында капиталь ремонт үткәрелгән.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2022 йылдың 23 декабрҙә 51е һанында уҡығыҙ.

Автор: