“Роспотребнадзор”ҙың республика буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак киҙеү һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләүгә бәйле эпидемик хәлгә аңлатма бирҙе. Бер аҙнала сирлеләр һаны 47 процентҡа артҡан.
Шуға бәйле Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы поликлиникаларҙың эш ваҡытын оҙайтырға хәл итте. Хәҙер эш көндәрендә медицина учреждениеларында сирлеләрҙе сәғәт 8.00-дән 21.00-гә тиклем, шәмбе сәғәт 8.00-дән 20.00-гә тиклем ҡабул итәләр. Өҫтәмә йәкшәмбе көндө дежур белгестәр саҡырыу буйынса өйҙәргә йөрөй башлай.
Махсуслаштырылған медицина-санитар ярҙам күрһәтеү бүлеге мөдире Элина Камалетдинова Мәсетле районында респиратор вирус инфекцияһы буйынса хәлдең киҫкен булмауы хаҡында хәбәр итте. Шуға күрә Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһында элекке эш режимы һаҡлана. Табиптар “Ҡыҙыл зона”ла көн һайын сәғәт 8.30-ҙан 16.30-ға тиклем ҡабул итә. Шулай уҡ сәғәт 16.30-ҙан һуң һәм ял көндәрендә инфекция бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә була, унда дежур белгестәр ҡабул итә.
Айһылыу ҒӘЛӘМШИНА.