Башҡортостанда, киҫкен респиратор вируслы сирҙәр менән бер рәттән, киҙеүҙән ауырығандар һаны ла арта бара. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин әйтеүенсә, республикала эпидемия башланғандан алып 337 282 киҫкен вируслы сир осрағы теркәлгән. Ауырыу күрһәткесе ун мең халыҡҡа 75,7 тәшкил итә (был үткән аҙна менән сағыштырғанда 16 процентҡа күберәк тигән һүҙ).
Республикаға киҙеүҙән бер миллион 896 мең доза вакцина килтерелгән. Ошо күләмдең 99,9 проценты ҡаҙатылған. Был - дөйөм халыҡтың 47,4 проценты вакцина яһатҡан тигән һүҙ. Рәсәйҙә был күрһәткес 41 процент тәшкил итә.
Белгестәр әйтеүенсә, киҙеүҙең хәүефен күптәр баһалап бөтмәй. Уны бигерәк тә өлкәндәр ауыр үткәрә. Йыл һайын киҙеү вирусы үҙгәрә, шуға күрә вакцина составы ла үҙгәреш кисерә. Прививканы йыл һайын киҙеү миҙгеле башланғанға ҡәҙәр яһатырға кәрәк, ғәҙәттә, ул Рәсәйҙә ғинуар-февраль айҙарына тура килә.