Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
23 Ноябрь 2022, 09:25

Дауалауға ҡарағанда, иҫкәртеү еңелерәк

Армияға саҡырыу алдынан медицина тикшереүен үткәндә күп егеттәрҙә яҫы табанлылыҡ асыҡлана. Оло тормошта һаулыҡ менән бәйле проблемаларҙы, бала саҡ менән сағыштырғанда, хәл итеүе ауырыраҡ. Шуның өсөн медицина учреждениеларына ваҡытында мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Дауалауға ҡарағанда, иҫкәртеү еңелерәк
Дауалауға ҡарағанда, иҫкәртеү еңелерәк

Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының балалыҡ буйынса баш табип урынбаҫары Артур Моратшин менән һөйләшеүҙән күренеүенсә, балаларҙа яҫы табанлылыҡ – табан көмбәҙе бейеклегенең түбәнәйеүе менән бәйле педиатрияла иң ныҡ таралған ортопедия патологияһы. Яҫы табанлылыҡтың бала тыуыу менән асыҡланыуы ихтимал (осраҡтарҙың 3 проценты), 2-4 йәшкә – 24-32%, 7 йәшкә – 40%, 12 йәшкә – 50%.
Яҫы табанлылыҡтың төрлө сәбәптәр арҡаһында үҫешеүе ихтимал. Балаларҙа тыумыштан булған яҫы табан яралғы саҡта һөйәк, мускул, сираҡ һәм табан тарамышы үҫешеп етмәгәндә күҙәтелә.
Балаларҙа яҫылыҡ формалашыуҙа нәҫелдән килгән фактор ҙа ҙур роль уйнай – яҡын туғандарҙа ошо патология булыуы ҙур йоғонто яһай.
Табандың яҫыланыуына килтергән икенсе сәбәп – дөрөҫ булмаған аяҡ кейеме, артыҡ тән ауырлығы, оҙаҡ өҙлөкһөҙ йөрөү йәиһә баҫып тороу.
Тыумыштан булған яҫы табанлылыҡты дауалау бала ғүмеренең тәүге аҙналарынан уҡ башлана, был аяҡ деформацияһының бөтә компоненттарын алып ташларға мөмкинлек бирә. Тыумыштан яҫы табанлы балаларға махсус дауалау гимнастикаһы, табан һәм сираҡ мускулдарына массаж яһала; бинтлау, этаплы гипс битлеген һалыу, төнгө ортез (6 айҙан) ярҙамында табанды дөрөҫ тотоу процедураһы башҡарыла.
Балаларҙа табандың мускул-бәйләнеш аппаратын нығытыуға йүнәлтелгән статик яҫылыҡты дауалау массаж, физиотерапия һәм дауалау физкультураһын үҙ эсенә ала. Бәләкәй балаларға йомшаҡ аяҡ кейеме (быйма, резина итек, чешки) кейҙерергә ярамай; аяҡ быуындарын, тарамышты яҡшы тотҡан ҡаты табанлы һәм ҙур булмаған үксәле ботинкалар кейергә тәҡдим ителә. Өлкән йәштәге балаларҙа яҫы табанлылыҡ булғанда, табан көмбәҙен күтәреп, уны дөрөҫ хәлгә ҡайтарған супинаторы булған ортопедик аяҡ кейеме кейеү тәҡдим ителә.
Артур Рәстим улы билдәләүенсә, яҫы табанды булдырмау өсөн кәүҙәне төҙ тотоу, дөрөҫ атлап йөрөү – корпусты һәм башты һәр саҡ тура тотоу мөһим, шулай уҡ дөрөҫ тән ауырлығы, уны тәьмин итеү өсөн рациональ туҡланыу һәм хәрәкәтсән йәшәү рәүеше кәрәк. Бала саҡтан алып даими күнекмәләр яһарға, оҙайлы йәйәү йөрөргә, көн һайын гимнастика менән шөғөлләнергә, шул иҫәптән иртәнге күнекмәгә һикереү, ултырыу, аяҡ осонда, үксәлә, табандың ике яҡ ситендә йөрөү кеүек элементтар индерергә кәрәк.
Шулай уҡ балаларҙың икенсе көнүҙәк проблемаһы – миопия.
– Миопия (күрәшлек) – күреү һәләтенең боҙолоуы. Был осраҡта бала эргә-тирәләге предметтарҙы ғына яҡшы күрә, ә алыҫта урынлашҡан объекттарҙың һыҙаттарын төҫмөрләмәй, – тип аңлата Артур Моратшин.
Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың бөтәһе лә алыҫтан яҡшы күрә, сөнки бындай күреүсәнлек бала күҙенең үҙенсәлекле төҙөлөшө менән бәйле. Күреү органдарының үҫеше әкренләп күреү һәләтен тигеҙләй, һәм мәктәптә уҡый башлауға – алты йәшкә – алыҫтан күреү һәләте кәмей.
Күреү һәләтенең насарайыуына килтергән сәбәп – күреү гигиенаһы талаптарын үтәмәү: яҡын аранан күҙгә көсөргәнештең саманан тыш оҙаҡ булыуы, эш урынының тейешенсә яҡтыртылмауы, компьютер артында оҙаҡ эшләү йәиһә телевизор ҡарау, транспортта уҡыу, уҡығанда һәм яҙғанда дөрөҫ ултырмау.
Оҙаҡ ваҡыт күреү һәләтенең кәмеүе һиҙелмәй һәм офтальмологтар тарафынан профилактик ҡарау ваҡытында асыҡлана. Күрәшлек, ғәҙәттә, мәктәп йылдарында үҫешә йәиһә әүҙемләшә, сөнки уҡыу процесында күҙ мускулдарына көс төшә.
Артур Рәстим улы балалар-ҙың телевизорға яҡыныраҡ килергә тырышыуына, китап, уйынсыҡтарҙы йөҙөнә яҡын килтереп ҡарауына, йыш ҡына абыныуына иғтибар итергә кәрәклеген билдәләй.
Ата-әсәләрҙе телевизор, планшет, смартфондан йән-һүрәт ҡараған саҡта баланың күҙен йыш-йыш йомоуы, ыуыуы һағайтырға тейеш.
Күреү һәләте түбән булғанда, дауалау комплекслы уҙғарыла: яға зонаһына массаж, күҙ өсөн гимнастика, саф һауала оҙаҡ ял итеп йөрөү, витамин һәм медикаменттар ҡабул итеү.
Айһылыу ҒӘЛӘМШИНА.

Фото

Фото

Дауалауға ҡарағанда, иҫкәртеү еңелерәк
Дауалауға ҡарағанда, иҫкәртеү еңелерәк
Дауалауға ҡарағанда, иҫкәртеү еңелерәк
Автор:Лариса Михалькова