Мәсетле тормошо
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
31 Октябрь 2022, 14:20

Һаҡланғандың һағы ятыр

Вакцинация – үҙеңдең һәм яҡындарыңдың ғүмеренә янаған йәиһә һаулыҡты ҡаҡшатҡан сирҙән һаҡланыуҙың берҙән-бер ысулы. Бөгөн был – коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау өсөн иң һөҙөмтәле ысул!

Һаҡланғандың һағы ятыр
Һаҡланғандың һағы ятыр

Башҡортостанда 24 октябргә ҡарата 3180247 кеше тулыһынса вакцинацияланған (128%). Уҙған ял көндәрендә 7851 кеше вакцина эшләткән. 60 йәштән өлкәнерәк 951216 граждан тулыһынса вакцина ҡуйҙырған. Балалар араһында был күрһәткес 9433 тәшкил итә. Республикала йәшәүсе 912512 кеше коронавирустан ревакцинация үткән.
Мәсетле районында ошо йылдың 24 октябренә ҡарата Тайыш, Мәләкәҫ, Яңы Мишәр, Йонос һәм Ҡорғат ауылдары халҡы тулы күләмдә вакцинация үткән. Һабанаҡ, Һөләймән, Абдулла, Ключевой, Иҫке Мишәр һәм Туҡбай ауылдарында – яҡынса 90%. Иң түбән күрһәткес – Ишәле һәм Әжекәй ауылдарында.
Ревакцинация буйынса юғары күрһәткестәр Тайыш (100%), Тәкә (93%) ауылдарында ла теркәлгән. Ишәле ауылында халыҡтың ни бары 8,5 проценты ғына ревакцинацияланған.
Районда бөтәһе 20416 кеше – беренсе, 19362 кеше икенсе компонент менән прививка яһатҡан.
Эльзида УСМАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова