Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
25 Октябрь 2022, 14:00

Талпан энцефалитынан һаҡланыу сараларын күрергә ваҡыт

Тәбиғәттә – тәрән көҙ. Урманға һәм ялан-ҡырҙарға сәйәхәт осоро тамамланған кеүек. Әммә белгестәр киләһе йылы миҙгелдәргә әленән үк әҙерләнә башларға тәҡдим итә.

Талпан энцефалитынан һаҡланыу сараларын күрергә ваҡыт
Талпан энцефалитынан һаҡланыу сараларын күрергә ваҡыт

Талпан энцефалитынан вакцинаның беренсе һәм икенсе компоненттары араһында арауыҡ 1-7 ай тәшкил итә. Шуға күрә, бөжәктәрҙең әүҙемлеге осорона организм иммунитет булдырһын өсөн, хәҙер үк прививка ҡуйҙырыу мөһим.
Өсөнсө прививканы беренсеһенән һуң бер йылдан эшләтәләр. Ревакцинацияны өс йыл һайын үткәрергә кәрәк.
Шулай уҡ яҙғыһын һәм йәйгеһен ике этапта ашығыс вакцинация эшләтергә мөмкин (беренсеһенән һуң ике аҙна үткәс икенсе прививка ҡуйыла).
Башҡортостанда йыл һайын профессиональ хәүеф төркөмөнә ҡараған, шулай уҡ эндемик биләмәләрҙә йәшәгән 30 меңдән ашыу кеше талпан энцефалитына ҡаршы вакцинация үтә. Талпан ҡаҙалыу сәбәпле республиканың медицина учреждениеларына 10 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт итә.
Быйыл 9 айҙа төбәктә талпан энцефалиты менән зарарланыуҙың 28 осрағы теркәлгән, 31 осраҡта боррелиоз асыҡланған. Был алдағы бер нисә йылдағы уртаса күрһәткестән 1,7 һәм 2,2 тапҡырға күберәк.
Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы табип-эпидемиологы Рима Алюкова хәбәр итеүенсә, Мәсетле районында быйыл туғыҙ айҙа талпан ҡаҙалған 201 кеше, шул иҫәптән 70 бала мөрәжәғәт иткән. Бер осраҡта энцефалит асыҡланған.
Вакцина яһатыу өсөн сәғәт 10.00-дән 16.30-ға тиклем үҙәк район дауаханаһының 19-сы кабинетына мөрәжәғәт итергә кәрәк (13.00-14.00 – төшкө ял).
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.

Фото

Автор:Лариса Михалькова