Шундай белгестәрҙең береһе – үҙ эшенә яуаплы ҡараған, бурыстарын бөтә күңелен һалып башҡарған Рәлиф Сәләхов. Бөгөн күптәр үҙ итеп өлгөргән табип сығышы менән Оло Ыҡтамаҡ ауылынан. 2006 йылда егет урындағы лицейҙы тамамлай.
– Табипҡа уҡырға йыйынмағайным. Атайым һәм әсәйем медицина университетына уҡырға инеү идеяһын бирҙе, күп уйлап тормай, риза булдым, сөнки башҡа варианттар ҡыҙыҡлы түгел ине, – тип һөйләй Рәлиф Рәшит улы. – Туғандарым араһында ла табиптар бар, улар был ниәтте хупланы һәм шиктәремде бөтөнләй таратты. Һөҙөмтәлә, райондан маҡсатлы йүнәлтмә алдым һәм Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға индем.
Уҡыу еңел бирелмәй, әммә ваҡыт үтеү менән ул ҡыҙыҡлыраҡ була бара һәм үҙенә нығыраҡ ылыҡтыра. Һиҙелмәй ете йыл үтеп тә китә. 2012 йылда дөйөм практика табибы дипломын алған белгес бер йылдан “Терапия” буйынса интернатураны тамамлай һәм тыуған ауылына эшкә ҡайтып, Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһында участка терапевы булып эш башлай.
Тәүге көндән үк Рәлиф Рәшит улы эшкә сума. Ысынбарлыҡ һәм практиканан күренеүенсә, кешенең ауырыуы йыш ҡына китап буйынса тура килмәй, бер ауырыу икенсеһенең барлыҡҡа килеүенә йоғонто яһай һәм уларҙың комбинацияһы ла төрлө булыуы ихтимал.
Оло эш тәжрибәһенә эйә табиптар йәш белгескә һәр саҡ кәңәше һәм тәжрибәһе менән ярҙам итә. Шулай уҡ дөйөм табип йыйылыштары бар – медицина советы. Унда киләсәктә етешһеҙлектәргә юл ҡуймаҫ өсөн, килеп тыуған хәлдәргә баҫым яһап, ҡатмарлы һәм ғәҙәти булмаған осраҡтар тикшерелә.
– Идеаль бер нәмә лә юҡ, һаулыҡ һаҡлау системаһында ла үҙенең проблемалары һәм бурыстары бар, уларҙы хәл итергә кәрәк, – тип һөйләй терапевт. – Күп йүнәлештәр буйынса табиптарға ҡытлыҡ күҙәтелә. Участка табибы эшенең мөһим өлөшө – район халҡының йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы һәм онкопатология ауырыуҙары үҫешен иҫкәртеү.
Рәлиф Сәләхов иҫәпләүенсә, һәр пациентҡа ҡарата алым табырға, үҙенең бурыстарына яуаплы ҡарарға, һәр пациентҡа аңлайышлы тел менән уның проблемаһының асылын, уны һөҙөмтәле хәл итеү юлдарын аңлатырға тырышырға кәрәк. Дөйөм алғанда, эш ҡатмарлы, әммә ҡыҙыҡлы, яҡшы психолог булырға, кешеләрҙе тышҡы ҡиәфәте буйынса “уҡырға”, табип кабинетына ингән саҡта тәүге һүҙҙәрҙән үк кеше шәхесенең тибын аңларға өйрәтә.
Табиплыҡҡа уҡырғамы, юҡмы тип һайланғандар өсөн Рәлиф Рәшит улы был һөнәрҙең кәрәкле, мөһим булыуына шикләнмәҫкә кәңәш бирә – ауылдамы, ҡалаламы – кеше бер ҡасан да эшһеҙ һәм аҡсаһыҙ булмаясаҡ. Кешегә һаулыҡ менән бәйле проблеманы хәл итергә ярҙамлашып, һин йыш ҡына кеше тормошона, уның ғүмеренә туранан-тура йоғонто яһағаныңды, бының бөтә яуаплылығын һәм ҡатмарлылығын, пациенттың рәхмәтле күҙҙәрен күреп, һөнәреңде юҡҡа һайламағаныңды аңлайһың.
Юғары һөнәри оҫталығы, сабыр булыуы, үҙ эшен яратыуы менән Рәлиф Сәләхов хеҙмәттәштәре араһында ғына түгел, пациенттар алдында ла абруй яуланы.
Беҙҙең хәбәрсе.