Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
2 Сентябрь 2022, 16:30

Сирҙе иртә асыҡлау мөһим

Мәсетле районында онкология ауырыуҙарының артыуы күҙәтелә.Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы табип-онкологы Элина Камалетдинова һүҙҙәренсә, 30 авгусҡа ҡарата онкология кабинетында 404 кеше, шул иҫәптән 6 бала иҫәптә тора.

Сирҙе иртә асыҡлау мөһим
Сирҙе иртә асыҡлау мөһим

2022 йылдың 1 ғинуарынан 31 июленә тиклем осорҙа 39 онкология сирле асыҡланған: иртә диагностика ваҡытында – сирҙең 1-се һәм 2-се стадияһы булған 14 пациент; 3-сө стадияла – 6; 4-се стадияла – 19 кеше. Августа ғына 4 пациент иҫәпкә ҡуйылған, уларҙың берәүһендә – 4-се стадия.
Күпселеге үпкә, ҡурылдай яман шешенән яфалана, икенсе урында – ашҡаҙан, эсәк яман шеше, өсөнсөлә – ашҡаҙан аҫты биҙе яман шеше. Ете ай дауамында 26 кеше вафат булған.
– Яман шеш һәр кемдә килеп сығыуы ихтимал, йәш барған һайын был хәүеф арта ғына, – ти Элина Наил ҡыҙы. – Туғандар араһында яман шеш сирлеләр булғандар үҙ сәләмәтлектәренә иғтибарлыраҡ булһын ине. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: сәләмәт йәшәү рәүеше һәм даими медицина күҙәтеүен үтеү – мөһим профилактик сара.
Ауырыуҙарҙы диагностикалау өсөн мотлаҡ диспансерлаштырыу үтергә кәрәк, уның барышында маммография, компьютер томографияһы (КТ) һәм эндоскопик тикшереүҙәр уҙғарыла.
Ҡапыл тән ауырлығын юғалтыу, температураның бер аҙ күтәрелеүе, хәлһеҙлек, йоҡо баҫыу, тиҙ арыу, интоксикация тойғоһо, тирләү, кәйеф үҙгәреү, ярһыу кеүек билдәләр күҙәтелгән осраҡта шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: иртә асыҡланғанда яман шеш еңелерәк дауалана, ә ваҡытында иғтибар ителмәгән ауырыуҙың күңелһеҙ тамамланыуы бар.
Наталья РУСИНОВА.

Автор:Лариса Михалькова