Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
17 Август 2022, 09:20

Үҙегеҙҙе тикшереп тороғоҙ – флюорография үтегеҙ

Районыбыҙҙың ике ауылында туберкулез сығанағы асыҡланған. Был мәкерле сирҙән ике пациент һәләк булған, ике бала дауаланыуға оҙатылған. Был ауылдарҙа 16, 17, 18 августа күсмә мобиль флюорограф эшләйәсәк.

Үҙегеҙҙе тикшереп тороғоҙ – флюорография үтегеҙ
Үҙегеҙҙе тикшереп тороғоҙ – флюорография үтегеҙ

Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы баш табибы Булат Сәйетовтың һүҙҙәренсә, бөгөнгө көнгә Мәсетле районында әүҙем формалағы сир 36 пациентта теркәлгән. Йыл башынан туберкулез менән сирләүҙең 16 осрағы тәүге тапҡыр асыҡланған. 2021 йылдың ошо уҡ осоронда был күрһәткес 10 кеше тәшкил иткән.
Был сир йоғошло, әммә ул дауалауға бирелә. Табипҡа ваҡытында мөрәжәғәт итеп, дауа ала башлағанда, ауыр эҙемтәләрҙән ҡотолоп була. Туберкулездың әүҙем формаһы менән сирләүселәр йылына 15-кә яҡын кешегә сир йоҡтора ала.
Сир һауа-тамсы юлы менән тарала. Үпкә туберкулезы менән сирләгән кеше йүткергәндә, сөскөргәндә һауаға микобактериялар сыға һәм улар 1 – 6 метр радиуста тарала.
Сир әкренләп үҫешә – йоҡторған мәлдән алып инкубация осоро бер-ике йыл дауам итергә мөмкин. Уның күпмелер ваҡытҡа “ҡасып” тороуы ла бар. Һуңынан ниндәйҙер сәбәп арҡаһында, мәҫәлән, һалҡын тейҙергәндә, үҙен һиҙҙерә башлай һәм бик шәп тиҙлектә үҫешә.
Туберкулез үпкәне генә түгел, башҡа органдарҙы ла, әйтәйек, бөйөр, эсәкте зарарларға мөмкин.
Туберкулез менән көрәштең төп ысулы – профилактика. Балаларға был маҡсатта БЦЖ эшләнә – бала табыу йортонда уҡ ҡуйып сығарыла. Ҡабаттан балаларға 14 йәштә эшләйҙәр. Туберкулез йоҡтороу-йоҡтормауҙы асыҡлау өсөн балаларға йылына бер тапҡыр Манту йәки диаскинтест яһайҙар, кәрәк икән, дауалау курсын башлайҙар.
Ололарҙа һәм балаларҙа профилактикаға иммунитетты нығытыуға йүнәлтелгән саралар ҡарай: рациональ туҡланыу, көн режимын үтәү, тулы ҡиммәтле ял, физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү, инфекцияның хроник сығанаҡтарын дауалау, насар ғәҙәттәрҙән арыныу. Өлкәндәрҙә һәм үҫмерҙәрҙә үпкә туберкулезын иртә асыҡлау маҡсатында йыл һайын флю-орография тикшереүе үткәрелә.
Ошо йылдың ете айында 5648 райондашыбыҙ флюорография үткән. Был – тикшерелергә тейешле халыҡтың ни бары 47 проценты.
Туберкулездың билдәләре төрлөсә булырға мөмкин һәм сирҙең үҫешеү төрөнә, формаһына, ҡайҙа тупланыуына һәм, әлбиттә, сирле организмының шәхси үҙенсәлектәренә бәйле.
Тын юлы органдары туберкулезының төп билдәләре: өс аҙнанан күберәк ҡаҡырыҡ менән йүтәл, ҡанлы булыуы ла ихтимал, оҙаҡ ваҡыт тән температураһының бер аҙ күтәрелеп тороуы, дөйөм хәлһеҙлек, тиҙ арыу, тән ауырлығының кәмеүе, ныҡ тирләү, тын ҡыҫылыуы, күкрәк тирәһендә ауыртыуҙар.
Туберкулезға бирешеүсәнлеккә килтергән факторҙарға ҡарай: тулы ҡиммәтле туҡланмау, алкоголь, наркотиктар, тәмәке ҡулланыу, ВИЧ-инфекцияның булыуы, шәкәр диабеты, ашҡаҙан сей яраһы, үҙенсәлекле булмаған хроник үпкә сирҙәре, халыҡтың бер урында күпләп йыйылыуы, бындай категория сирлеләр менән күп тапҡырҙар бәйләнештә булыу.
Туберкулез йоҡтороу хәүефенең һәр кемгә янауын онотмағыҙ. Шуға күрә тын юлдарын флюорографик тикшереүҙе даими үткәреп торорға һәм балаларға мотлаҡ прививка эшләтергә кәрәк. Башланғыс стадияһында туберкулезды дауалау күпкә еңелерәк. Сирҙе төпкә ебәреү инвалид булып ҡалыуға йәки үлемгә килтерергә мөмкин. Иммунитетығыҙҙы күтәрегеҙ: физкультура менән шөғөлләнегеҙ, сынығығыҙ, яңы өлгөргән йәшелсә-емештәр ашағыҙ, витаминдар эсегеҙ, стресс хәленә юлыҡмаҫҡа тырышығыҙ.
Тикшерелеү өсөн Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһы флюорография кабинетына мөрәжәғәт итергә була. Флюорография заманса һанлы ҡорамалда башҡарыла. Был прибор – хәүефһеҙ. Йөклө ҡатындарға үтергә ярамай. Тикшереү – бушлай. Дүшәмбе-йома көндәрендә 8.00 – 17.00 сәғәттә эшләй. Паспорт менән килергә кәрәк.

Әйткәндәй,
Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы мәғлүмәттәре буйынса, Мәсетле районында коронавирус йоҡтороуҙың өс осрағы теркәлгән.
Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендә күҙәтеү һәм кеше именлеге буйынса Федераль хеҙмәт күҙаллауҙары буйынса, көҙ коронавирустың яңы тулҡыны көтөлә. Шуға күрә медицина белгестәренең кәңәш итеүенсә, был ваҡытҡа иммунитет барлыҡҡа килеп өлгөрһөн өсөн бөгөн үк вакцинация үтергә кәрәк. Әгәр вакцина ҡуйҙырғанһығыҙ икән, бер компонентлы “Спутник Лайт” менән ревакцинация эшләтеү ҙә етә.
Мәсетле районында халыҡҡа ике компонентлы “Гам-КОВИД-Вак” вакцинаһы ла бар. 11 авгусҡа ҡарата районда беренсе компонентты 14003 кеше ҡуйҙыртҡан, икенсеһен – 13689 кеше. 5665 кеше (41,2%) ревакцинация үткән.

Надежда ГАЛАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова