– Коллектив иммунитет буйынса хәлдәр сиктән тыш хәүефле, – тине ведомство етәксеһе. – Коллектив иммунитет ни бары 20,7 процент тәшкил итә. Вирустың көҙгө эпидемик күтәрелеүенә яҡынайыу өсөн ике ай ярым ваҡыт ҡалды. Хәҙер вакцинация һәм ревакцинация буйынса әүҙем эшләргә кәрәк.
Уның әйтеүенсә, COVID-19 менән сирләүселәр артҡан осраҡта сикләү саралары йәнә индерелеүе ихтимал.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш инфекционисы, Башҡорт дәүләт медицина университетының йоғошло ауырыуҙар кафедраһы мөдире Дамир Вәлишин республикала йәшәүселәрҙе нимә көтөргә һәм үҙҙәрен нисек ҡурсаларға кәрәклеге тураһында һөйләне.
– Ковид беҙҙе өсөнсө йыл эҙәрлекләй, ошо ваҡыт эсендә халыҡтың сәләмәтлеге яҡшырманы, – тине баҫма әңгәмәсеһе. – Үҙеңде хәүефһеҙлектә тойоу өсөн мотлаҡ прививка яһатырға кәрәк. Вирус үҙгәрә, иммун системаһы уның менән осрашыуға әҙер булырға тейеш. Айырыуса был хәүеф төркөмөнә ҡараған хроник сирлеләргә ҡағыла. Ундай кешеләрҙең ковиды ауырыраҡ үтә.
Дамир Вәлишин республикала йәшәүселәрҙе хәлгә етдиерәк ҡарарға саҡырҙы:
– Донъяла вирустың етенсе тулҡыны башланды. Израил, Италия, Америкала сирләү осраҡтары арта. Тыныс-ланырға ярамай. Көҙ көнө беҙ киҫкен респиратор вирус инфекциялары менән сирләү осраҡтарының миҙгелле күтәрелеүен көтәбеҙ, бер үк ваҡытта яңы коронавирус инфекцияһы менән сирләүселәрҙең дә артыуы көтөлә. Был ваҡыт-ҡа халыҡтың аҙ яҡланған төркөмдәре вакцина эшләтергә йәиһә ревакцинацияланырға тейеш.
Көҙ көнө коронавирустың ниндәй штамы булыуын әйтеүе ауыр, вирус даими үҙгәреп тора. Тәүҙә “Омикрон”, һуңынан “Стелс-омикрон” булды. Әле уның яңы төрҙәре килеп сыҡты. Ауырыуҙың нисек үтеүе кешенең сәләмәтлегенә бәйле. Хроник сирҙәр күп булған осраҡта, хатта ғәҙәти вирус инфекцияһы ла ауыр үтә, коронавирус үҙен нисек күрһәтерен фаразлау ауыр, ләкин хәүеф, һис шикһеҙ арта. Коронавирус инфекцияһы ҡан тамырҙарын нығыраҡ зарарлай.
Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы табибы-эпидемиологы Рима Алюкова ҡасан вакцина һәм ревакцинация эшләтеү яҡшыраҡ булыуы хаҡында һөйләне:
– Иммунитет формалашып йәиһә әүҙемләшеп өлгөрһөн өсөн яңы тулҡын башланыуға бер ай алдан вакцина эшләтергә кәрәк. Беренсе компонентты – июлдә, икенсеһен август уртаһында эшләргә мөмкин. Әгәр вакцинация үтелгән икән, августа иммун системаһын нығытыу өсөн бер компонентлы “Спутник Лайт” менән ревакцинация үтеү ҙә етә.
Мәсетле районында йәшәүселәргә ике компонентлы “Гам-КОВИД-Вак” вакцинаһы тәҡдим ителә. 12 июлгә ҡарата коронавирус инфекцияһынан прививканың беренсе компонентын 17184 кеше ҡуйҙыртҡан, 15780 кеше – тулыһынса, шуларҙың 4584-е ревакцинация үткән, йәғни 33 проценты.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.