Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
26 Апрель 2022, 09:30

Коронавирустың яңы тулҡыны көтөлә

“Өс йыл буйы телдән төшмәгән коронавирус сире, донъяла ки-леп тыуған хәлгә бәйле, икенсе планға күсте. Ләкин, COVID-19 вирусы менән сирләү буйынса ыңғай динамика булыуға ҡарамаҫтан, уның таралыу ҡурҡынысы ҡала һәм элеккесә сирлеләр бар”, – тип хәбәр итә Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының баш табибы Булат Сәйетов. Уның әйтеүенсә, табиптарҙың уңышлы эше һөҙөмтәһендә көн һайын дауахананан пациенттар һауығып сыға.

Коронавирустың яңы  тулҡыны көтөлә
Коронавирустың яңы тулҡыны көтөлә

Ләкин тынысланырға иртәрәк, Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы май-июнь айҙарында коронавирустың яңы тулҡыны башланыуын фаразлай. Шуға күрә граждандарға ауырыу барышын еңеләйтеү өсөн вакцинация һәм ревакцинацияны иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа кәрәк. Дауаханала ковидҡа ҡаршы вакциналар етерлек күләмдә. Прививка кабинеты эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 5-кә тиклем эшләй. Ял көндәрендә “Ашығыс ярҙам” станцияһында ҡабул итеү бүлмәһендә прививка яһатырға мөмкин. Шулай уҡ вакцинация һәм ревакцинацияны фельдшер-акушерлыҡ пункттарында, ауыл табип амбулаторияларында үтергә мөмкин.
Булат Әснәф улы әйтеүенсә, хәҙер коронавирус фонында киҙеүҙән һаҡланырға кәрәк, сөнки пандемия ваҡытында киҙеүгә һиҙгер кешеләр популяцияһы барлыҡҡа килгән.
– Уларҙа иммунитет юҡ, шуға күрә иҫкәртеү йәһәтенән халыҡтың айырыуса һиҙгер төркөмдәренә, йәғни 60 йәштән өлкәндәргә, шулай уҡ хроник сирлеләргә август айында киҙеүгә ҡаршы вакцинация үтергә кәңәш итер инем. Был йәш быуынға ла ҡағыла, – тине ул.
Киҙеү, коронавирустың киң таралған “Омикрон” штамы кеүек үк, ағзаларҙы, атап әйткәндә, өҫкө тын алыу юлдарын зарарлай. Ул иммун системаһы тарафынан йә тиҙ, йә аҡрын локалләштерелә. Яйлап булһа, бының етерлек патологик эҙемтәләргә, хатта үлемгә килтереүе ихтимал.
Надежда ГАЛАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова