Мәсетле тормошо
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
22 Апрель 2022, 11:45

Төҙөлөш эштәре бара

Оло Ыҡтамаҡ ауылы дауаханаһының төҙөлөп бөтмәгән блогын реконструкциялау һәм яңы хужалыҡ блогы төҙөү эштәре бара.

Төҙөлөш эштәре бара
Төҙөлөш эштәре бара

Район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Азамат Ҡәләмов белдереүенсә, хужалыҡ блогының аҫҡы өлөшөндә дезинфекция бүлеге, кер йыуыу бүлмәһе урынлаштырыу планлаштырыла. Беренсе ҡатта – туҡланыу блогы, икенсеһендә ашығыс диагностика лабораторияһы урынлашасаҡ. Был бина дауахана корпусының реконструкцияланған бинаһы менән тоташтырыласаҡ. Унда дауалау-диагностика, балаларҙы дауалау һәм өлкәндәр өсөн дауаланыу блоктары буласаҡ.
Дауахана 1992 йылда төҙөлә башлаған. Беренсе сират 2000-се йылдар башында тамамланған һәм 2009 йылда 2-се, 3-сө, 4-се блоктар файҙаланыуға тапшырылған. Бер нисә сәбәп арҡаһында беренсе блок төҙөлөп бөтмәй ҡалғайны.
2018 йылдың ноябрендә беҙҙең районға эш сәфәре менән килгәндә республика Башлығы төҙөлөштө тамамлау бурысын йөкмәтте. Шуның нигеҙендә, бөтә норма һәм ҡағиҙәләрҙе иҫәпкә алып, яңы проект әҙерләнде. Уға ярашлы беренсе ҡатта – рентген, компьютер томографияһы, УЗИ, ФГДС, функциональ диагностика кабинеттары, икенсе ҡатта – тәүлек әйләнәһенә эшләү режимы менән 13 койка-урынға иҫәпләнгән балалар бүлексәһе, физиотерапия, массаж кабинеттары, өсөнсө ҡатта тәүлек әйләнәһенә эшләү режимы менән 21 койка-урынлыҡ терапия бүлеге урынлашасаҡ.
2021 йылдың декабрендә төҙөүсе ойошманы билдәләү буйынса конкурс процедуралары тамамланды. Генераль подрядсы итеп Өфө ҡалаһының төҙөлөштә ҙур эш тәжрибәһе туплаған “Капитал Строй” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һайланды.
Объекттарҙы төҙөү 333 миллион һумға барып баҫасаҡ. Средстволарҙың байтаҡ өлөшө “Һаулыҡ һаҡлау” милли программаһын тормошҡа ашырыу нигеҙендә Федераль бюджеттан ҡаралған.
Эштәрҙе 2023 йылдың тәүге яртыһында тамамлау күҙаллана.
Наталья РУСИНОВА.

Автор:Лариса Михалькова