Аппарат “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау” маҡсатлы программаһына ярашлы һатып алынды.
Маммограф поликлиникалағы рентген-кабинетта ҡуйыласаҡ. Ошо маҡсатта унда капиталь ремонт эшләнгән. Тикшереүҙе табип-гинеколог йәиһә терапевт юлламаһы буйынса 39 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар үтә ала.
Әйткәндәй,
Маммография диспансерлаштырыу программаһына инә, уны мотлаҡ медицина страховкалауы буйынса һәр ҡатын-ҡыҙ бушлай үтә ала. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бойороғона ярашлы, 39 йәштән – өс йылға бер тапҡыр, ә 50-70 йәштән ике йылға бер тапҡыр маммография үтергә кәңәш ителә. Айырым осраҡтарҙа табип маммография үтеүҙе иртәрәк башларға кәңәш итә ала.
Наталья РУСИНОВА.