Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
29 Март 2022, 15:55

Районда алкоголизм һәм наркомания проблемалары

Спиртлы эсемлектәр ҡулланыу арҡаһында барлыҡҡа килгән кире күренештәр йәмғиәт өсөн ҙур хәүеф тыуҙыра. Эскелек кеше һаулығына йоғонто яһап ҡына ҡалмай, соматик һәм психик ауырыуҙар үҫешенә лә булышлыҡ итә, шулай уҡ халыҡтың үлем сәбәптәренең береһе булып тора.

Районда алкоголизм һәм наркомания проблемалары
Районда алкоголизм һәм наркомания проблемалары

Эскелек юғары енәйәтселек кимәлен билдәләй. Йыш ҡына юл-транспорт ваҡиғаһында иҫерек водитель һәм спиртлы эсемлек ҡулланған йәйәүле ғәйепле. Был наркоманияға ла ҡағыла.
– Мәсетле районында эскелек һәм наркомания осраҡтарының артыу тенденцияһы күҙәтелә, – тип һөйләй Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының баш табибы Булат Сәйетов.
Уның әйтеүенсә, 2022 йылдың 1 ғинуарына ҡарата район дауаханаһының наркология кабинетында “алкоголизм” һәм “наркомания” диагнозы менән 236 кеше иҫәптә тора, 2021 йыл башында улар 233 булған. Бер йыл эсендә ике үлем осрағы теркәлгән.
Бының менән көрәшеүе ҡыйын. Иң тәьҫирле ысул – спиртлы эсемлек һәм суррогат алкоголь менән артыҡ мауыҡҡан имен булмаған ғаиләләрҙе асыҡлау. Медицина тикшереүе, диспансерлаштырыу ваҡытында ла спиртлы эсемлектәр менән артыҡ мауығыусыларҙы асыҡлайҙар.
Алкоголизм һәм наркоманияға дусар булған бөтә пациенттар ҙа наркология кабинетында иҫәптә тора. Өс йыл дауамында уларҙы күҙәтеү алып барыла: тәүге йылда – ай һайын, икенсеһендә – 6 аҙна һайын, ә өсөнсөһөндә 3 ай һайын.
Бынан тыш, улар йылына ике тапҡыр флюорография, ә ҡатын-ҡыҙҙар унан тыш ҡарау кабинетын да үтә. Улар менән аңлатыу эштәре алып барыла.
Наркомания менән яфаланғандарға Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһында планлы ярҙам күрһәтелә, унда төньяҡ-көнсығыш райондарынан пациенттарҙы хеҙмәтләндереү өсөн койкалар йыһазландырылған.
Наталья РУСИНОВА.

Автор:Лариса Михалькова