Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
14 Март 2022, 10:00

Өй аптечкаһы “рецебы”

Һәр ваҡыт ҡул аҫтында булырға тейеш дарыуҙарҙың минималь йыйылмаһы.

Өй аптечкаһы “рецебы”
Өй аптечкаһы “рецебы”

Термометр, бинт, аспирин, активлаштырылған күмер… Өй аптечкаһын тағы нимәләр менән тулыландырыр- ға, ә ниндәй препараттарҙан баш тартырға кәрәк? Беренсе ярҙам талап ителгәндә, сәфәргә сыҡҡанда йәиһә дарыухана, поликлиника булмаған осраҡта, баҡсаға юлланғанда йәғни “тормоштоң бөтә осраҡтарына” нимә алырға? Сәләмәтлеккә ҡағылышлы тормошта киң таралған хәлдәр өсөн нисек дарыуҙар һайларға? Уҡыусыларыбыҙға ошо һорауҙарҙы асыҡларға тырыштыҡ.

Яраларҙы эшкәртеү өсөн саралар
Ваҡ көнкүреш йәрәхәтен һәм бер аҙ бешеүҙе үҙ аллы эшкәртергә мөмкин. Бының өсөн өйҙә водород перекисы, йод иретмәһе, зеленка булыуы яҡшы. Шулай уҡ, өлкәндәр һәм балаларҙың яраларын йыуыу өсөн, хлоргексидин, мирамистин, фурацилинды исемлеккә индерегеҙ.
Тән яныуы һәм шешеүҙе баҫа торған препараттар
Өй аптечкаһында ауыртыуҙы, елһенеүҙе баҫа торған, тән температураһын төшөрөүсе парацетамол, терафлю, колдрекс кеүек препараттар булырға тейеш. Баш ауыртҡанда, теш һыҙлағанда темпалгин кәрәк буласаҡ, ә көслө, киҫкен һәм ҡапыл килеп сыҡҡан ауыртыуҙы баҫырға спазмолитиктар, мәҫәлән, но-шпа, ярҙам итер. Арҡа ауыртҡанда, быуындар һыҙлағанда, һуҙылғанда һәм имгәнгәндә май һәм гель – апизартрон һәм финалгон кәрәк буласаҡ.

Һалҡын тейгәндә нимә эшләргә?
Тымауҙан эфир майҙары нигеҙендә эшләнгән пинорсол яҡшы ярҙам итә. Тамаҡ ауыртыуын гексализ һәм лизобакт бөтөрәсәк. Йүткереүҙән стоптуссин һәм бромкесидин эсергә мөмкин, ә ҡаҡырыҡты амброксол, АЦЦ, мукалтин сығарырға булышлыҡ итә. Тамаҡты фурацилин иретмәһе менән сайҡарға була.

Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарында ярҙам иткән дарыуҙар
Валидол, корвалол һәм нитроглицерин ҡан тамырҙарын киңәйтә. Улар стено- һәм тахикардия, невроз, коронар тамырҙарҙың киҫкен ҡыҫылыуы һәм йөрәккә бәйле башҡа проблемалар ваҡытында ярҙам итәсәк. Әгәр һеҙ юғары ҡан баҫымы һәм йыш йөрәк тибеүенән яфаланаһығыҙ икән, капотен һәм анаприлин ярҙам итә ала. Ҡан баҫымы түбән булғанда кардиомин кәрәк. Тиҙ арала ярҙам итеү өсөн 10 процентлы аммиак иретмәһе йәиһә нишатыр спиртын ҡулланалар.

Әгәр һеҙҙә аллергия булһа
Супрастин, диазолин, зиртек, кларитин һәм тавегил аллергия осрағында һәм бөжәктәр тешләгәндә ҡысытыуҙы баҫа. Был беренсе быуын препараттары, улар тиҙ тәьҫир итә башлай, әммә йыш ҡына йоҡо баҫа. Эриус, кестин, зодак – икенсе быуын препараттары, аллергик реакцияларҙы бөтөрөү тәьҫире аҡрыныраҡ башлана.

Ашҡаҙан-эсәк юлы менән проблемалар тыуғанда
Ағыуланғанда сорбенттар ҡулланыла. Иң ябай һәм иң арзаны – активлаштырылған күмер. Регидрант эс китеү һәм ҡоҫоу ваҡытында ярҙам итәсәк. Улар организмдың һыу-тоҙ балансын тергеҙә. Аш һеңдереү менән бәйле проблемаларҙы ферментлы, мәҫәлән, амилаза, липаза, протеаза менән препараттар (панкреатин) хәл итергә мөмкин.

Медицина приборҙары
Әлбиттә, тәү сиратта аптечкала термометрҙың булыуы мөһим. Иң дөрөҫө – иҫке терегөмөшлө градусник, етмәһә, уның яраҡлылыҡ ваҡыты ла юҡ. Ул ғаиләлә быуындан-быуынға тапшырыла ала һәм барыбер температураны дөрөҫ күрһәтәсәк. Тонометр ҙа (артериаль баҫымды үлсәү приборы) артыҡ булмаҫ.

Һаҡлау шарттары
Дарыуҙарҙы ҡоро һәм ҡараңғы урында һаҡлау яҡшыраҡ. Газ плитаһы янында, аш-һыу бүлмәһе шкафы йәиһә ванна кәштәһе бөтөнләй яраҡһыҙ: беренсе осраҡта – юғары һауа температураһы, ә икенсеһендә дымлылыҡ кимәленең юғары булыуы дарыуҙарға кире йоғонто яһай.
Яраҡлылыҡ ваҡытын иғтибар менән күҙәтегеҙ. Бынан тыш, бындай билдәләргә иғтибар итеү мөһим: микстура, төнәтмәләрҙең байтаҡ өлөшө парға әйләнә йәиһә флакондың төбөндә ултырма тоҡомдар барлыҡҡа килә; таблеткаларҙың төҫө үҙгәрә, һаҡланған һауытта ярыҡ барлыҡҡа килә; май насар сыға һәм ярмаланып төшә. Ҡулланыу ваҡыты сыҡҡан препараттар бик тә зарарлы, шуның өсөн уларҙы йәлләмәй ташларға кәрәк!
Ҡаршы күрһәтмәләр бар. Табип менән кәңәшләшегеҙ.

Булат Сәйетов,
Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы баш табибы:
– Пандемия осоронда һәр аптечкала дарыуҙар йыйылмаһы мотлаҡ булырға тейеш. Температураны төшөрөү өсөн парацетамол, шулай уҡ вирусҡа ҡаршы ҡулланырға мөмкин булған ацикловир әҙерләгеҙ. Лакто- һәм бифидобактерияларҙы ҡул аҫтында тотоу ҙа ҡамасауламаҫ. Улар башҡа дарыуҙар ҡабул иткәндә эсәктең эшен яйға һалыу өсөн кәрәк. Үҙеңде һәм ғаиләңде сирҙәрҙән һаҡлау теләге менән аҡсағыҙҙы гомеопатия, диетик өҫтәмә һәм антибиотиктарға тотонорға ярамай, сөнки уларҙы теүәл шәхси тәртиптә табип тәғәйенләргә тейеш.
Һәр дарыу билдәле бер һөҙөмтәгә эйә. Ауыртыу сәбәбенныҡлап белгән осраҡта ғына теге йәиһә был препаратты үҙ аллы ҡулланырға мөмкин. Әгәр ауыртыуға сәбәпсе фактор билдәһеҙ булһа, башта табип менән кәңәшләшергә кәрәк. Улар ауыртыуҙы баҫҡан һәм өҙлөгөүгә юл ҡуймау өсөн дарыуҙар тәғәйенләй. Онотмағыҙ: аптечка бар тип кенә белгескә күренмәй йөрөргә ярамай. Аптечкалағы дарыуҙар бары тик тәүге ярҙам күрһәтеү өсөн кәрәк. Бик ауыр хәлдәрҙә «Ашығыс ярҙам» хеҙмәтенә шылтыратығыҙ.

Артур Моратшин,
район табип-педиатры, Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһында баш табиптың балалыҡ буйынса урынбаҫары:
– Өлкәндәр һәм балалар өсөн аптечканы айырым йыйыу яҡшыраҡ. Уларҙа ҡайһы бер препараттар ҡабатлана, әммә ҡабул итеү формаһы һәм дозаһы менән айырыла. Балағыҙға элек тәғәйенләнгән һәм һөҙөмтәле булған йәиһә туғандарығыҙға, дуҫтарығыҙға ярҙам иткән дауалау схемаһын, препаратты ҡулланмағыҙ. Дауалауҙың универсаль схемалары юҡ. Бындай осраҡта һеҙгә ике тапҡыр хәүеф янай: дауаланыуҙың хәүефһеҙ булмауы һәм уның һөҙөмтәһеҙ булыуы ихтимал. Бала бәләкәй булған һайын, дарыу һайлағанда иғтибарлыраҡ булырға кәрәк.

Лариса РИЗВАНОВА
әҙерләне.

Өй аптечкаһы “рецебы”
Өй аптечкаһы “рецебы”
Өй аптечкаһы “рецебы”
Автор:Лариса Михалькова