Мәсетле тормошо
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
4 Март 2022, 14:30

Диспансеризация эше тергеҙелә

Яҙҙың тәүге айы башланыу менән өлкәндәр һәм балалар өсөн диспасеризация үтеү, шул иҫәптән граждандарҙың айырым категорияларына ентекле диспансерлаштырыу уҙғарыу, шулай уҡ көндөҙгө стационар шарттарында медицина ярҙамы күрһәтеү эше тергеҙелде, тип хәбәр итә Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының баш табибы Булат Сәйетов. Тикшерелеү, диспансер күҙәтеүен үтеү йәиһә профилактик тикшерелеүгә “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы ярҙамында, 122 телефоны аша яҙылырға мөмкин, шулай уҡ 8 (34770) 2-13-48 телефоны буйынса поликлиникаға шылтыратырға була.

Диспансеризация эше тергеҙелә
Диспансеризация эше тергеҙелә

18-39 йәштәге граждандар өсөн диспансеризация өс йылға бер тапҡыр һәм 40 йәштән өлкәндәр өсөн йыл һайын уҙғарыла. Әгәр 18 – 39 йәштәгеләр ошо өсөнсө йылда диспансер күҙәтеүенә эләкмәһә, ул профилактик медицина тикшереүе үтә ала.
Коронавирус инфекцияһын үткәргән кешеләр ентекле диспансеризация үтә. Уны үтеү өсөн участка табип-терапевына яҙылырға кәрәк. Тикшереүҙәр исемлеген дауалаусы табип билдәләй.
1 марттан, яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы мобиль вакцинация пункттарына мөрәжәғәт итеүсе кешеләрҙең кәмеүен иҫәпкә алып һәм медицина хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәт эшмәкәрлеген рациональ файҙаланыу маҡсатында, район Мәҙәниәт һарайында вакцинация пункты үҙ эшен тамамланы. Шул уҡ ваҡытта һәр кем йәшәгән йәиһә ваҡытлыса беркетелгән урын буйынса поликлиникала вакцинация йәиһә ревакцинация үтә ала.
Поликлиникаларҙа прививка кабинеттары дүшәмбенән йомаға тиклем иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 5-кә тиклем эшләй. Алдан яҙылырға йәиһә поликлиникаға килеп вакцинация үтергә мөмкин.
Надежда ГАЛАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова