Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
14 Февраль 2022, 11:30

Ирекмәндәр үҙ эшен йәнә йәйелдерҙе

Коронавирус инфекцияһы таралыуы яңынан көсәйгән осорҙа Мәсетле районында “Беҙ бергә” ирекмәндәр штабы әүҙемдәре коронавирус-тан өйҙә дауаланыусыларға дарыу алып барыуҙы дауам итә.

Ирекмәндәр үҙ эшен йәнә йәйелдерҙе
Ирекмәндәр үҙ эшен йәнә йәйелдерҙе

Бушлай алырға мөмкин булған дарыуҙар исемлеге Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тәҡдимдәре менән раҫланған. Министрлыҡта билдәләүҙәренсә, препараттар пациенттың хәле һәм сирҙең клиник картинаһы буйынса тәғәйенләнә. Һәр айырым осраҡта дауалау схемаһы, пациенттың хәленә, сирҙең ауырлыҡ дәрәжәһенә һәм нисә көнгә һуҙылыуына ҡарап, ҡәтғи айырым һайлана.
Дауахана табиптары пациенттарға тейешле дарыуҙарҙы тәғәйенләй, ә уларҙы таратыуҙы ирекмәндәр үҙ өҫтөнә алып, көн һайын дауахананан медицина препараттарын адрестар буйынса илтәләр. Уҙған аҙнала Оло Ыҡтамаҡ ауылы, шулай уҡ Ғүмәр һәм Тайыш ауылдарындағы 65-80 йәштәрҙәге мәсетлеләргә дарыуҙар алып барылды.
– Ирекмәндәр бушлай эшләй, уларға бер ниндәй ҙә аҡсалата бүләк бирелмәй. Район халҡына мөрәжәғәт итәм: зинһар, ирекмәндәр эшенә аңлап ҡарағыҙ, уларҙың сәләмәтлеген хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ – бер ҡасан да уларға ҡаршы сыҡмағыҙ, дарыуҙарҙы бәйләнешһеҙ ысул менән алығыҙ, – ти ирекмән Илнур Вәлиев.
Теләге булған һәр кем #Беҙбергә акцияһында ҡатнаша ала. Бының өсөн ғаризаны Dobro.ru сайтында бирергә кәрәк.
Ярҙам һорап 8-963-237-59-96 телефоны буйынса көн һайын иртәнге сәғәт 10-дан киске 6-ға тиклем мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Беҙҙең хәбәрсе.

Автор:Лариса Михалькова