Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
7 Декабрь 2021, 09:05

Эшҡыуарҙар өсөн “Асыҡ ишектәр” көнө

“Башҡортостан Республикаһында Гигиена һәм эпидемиология үҙәге” Федераль бюджет һаулыҡ һаҡлау учреждениеһының Бөрө, Нефтекама ҡалаларындағы һәм Дыуан районындағы филиалы Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Дыуан, Балаҡатай, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат райондарындағы территориаль идаралығы 9 декабрҙә 12.00 – 16.00 сәғәттә “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының контролде ғәмәлгә ашырыусылар өсөн онлайн-форматта “Эшҡыуарҙар өсөн асыҡ ишектәр көнө” акцияһы уҙғарыуы тураһында белдерә.

Эшҡыуарҙар өсөн “Асыҡ ишектәр” көнө
Эшҡыуарҙар өсөн “Асыҡ ишектәр” көнө

Акцияла ҡатнашыусыларға COVID-19 яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинацияның өҫтөнлөктәре, күп кеше ҡатнашлығында саралар уҙғарғанда Рәсәй Федерацияһы территорияһында киҫкен респиратор вируслы инфекция һәм грипп сирҙәре киҫкенләшкән осорҙа коронавирус хәүефен кәметеү буйынса өҫтәмә саралар тураһында, Яңы йыл байрам саралары уҙғарғанда йәмәғәт биналарында COVID-19 яңы коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү һәм уның таралыуына юл ҡуймау сараларын үтәү тураһында, Яңы йыл байрам саралары уҙғарған ваҡытта йәмәғәт туҡланыуы ойошмаларында COVID-19 яңы коронавирус инфекцияһы таралыуына юл ҡуймауға йүнәлтелгән иҫкәртеү (эпидемияға ҡаршы) сараларҙы үтәү тураһында, 2021-2022 йылғы эпидемия осоронда грипп һәм киҫкен респиратор вируслы инфекцияларҙы профилактикалау буйынса саралар тураһында, дәүләт контролен ғәмәлгә ашырған дәүләт власы органдарының рәсми сайттарында лицензия һәм башҡа рөхсәт биреү, аккредитация үтеү тураһында мәғлүмәт урынлаштырыу, мотлаҡ талаптар реестры булдырыу, алып барыу һәм актуалләштереү тураһында, сираттағы календарь йылына планлы контроль (күҙәтеү) уҙғарыу планы булдырыу тәртибе тураһында, ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендә федераль дәүләт санитар-эпидемиология контролен (күҙәтеүен) ғәмәлгә ашырғанда профилактика маҡсатында ойошма һәм предприятиеларға килеү тәртибе тураһында, РФ Хөкүмәтенең 2020 йылдың 15 декабрендәге “Һөт продукцияһын оҡшаш күрһәткестәре буйынса тамғалау һәм Һөт продукцияһына ҡарата оҡшаш күрһәткестәре буйынса мотлаҡ тамғаланырға тейешле тауарҙарҙың әйләнешенә дәүләт мәғлүмәт мониторингы системаһы индереү үҙенсәлектәре ҡағиҙәләрен раҫлау тураһында” 2099-сы ҡарары менән раҫланған Һөт продукцияларын оҡшаш күрһәткестәре буйынса тамғалау ҡағиҙәләрен һөт продукцияһы әйләнешендә ҡатнашыусыларҙың үтәүе тураһында мәғлүмәт биреләсәк.
Сара барышында дәүләт контроле (күҙәтеүе) принциптары, ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендә федераль дәүләт санитар-эпидемиология контроле (күҙәтеүе) һәм федераль дәүләт контроле (күҙәтеүе) предметы һәм объекттары, контроль (күҙәтеү) органдары ҡарарҙарына судҡа тиклем ялыу биреү, контроль органдары вазифалы кешеләренең ғәмәлдәренә (эш итмәүҙәренә) ялыу биреү тәртибе аңлатыласаҡ.
Контроль аҫтында булғандарға дәүләт контролен (күҙәтеүен) ойоштороу һәм ғәмәлгә ашырыуҙы тәьмин итеү маҡсатында булдырылған дәүләт контроле (күҙәтеүе) мәғлүмәт системалары, контроль аҫтында булғандарҙың уларҙы контроль (күҙәтеү) органдары менән үҙ-ара эш итеү өсөн файҙаланыу мөмкинлеге тураһында мәғлүмәт еткере- ләсәк.
Э. ҒИМАЛЕТДИНОВ,
территориаль бүлек начальнигы.

Автор:Лариса Михалькова