Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
18 Октябрь 2021, 09:25

Педиатр – һәр беребеҙҙең тәүге табибы

Ауыл ерендә табиптар һәр ваҡыт айырым иҫәптә, сөнки бындай квалификациялы белгестәрҙе ҡаланан ситкә йәлеп итеү ҡыйын. Ауыл ерендә медицинаны үҫтереүгә йүнәлтелгән “Ауыл табибы” программаһы ярҙамында беҙҙең район йәш кадрҙар менән тулыландырыла. Табип-педиатр, шул уҡ ваҡытта невролог вазифаһын алып барған Юлиә Дилмөхәмәтова – программала ҡатнашыусыларҙың береһе.

Педиатр – һәр беребеҙҙең тәүге табибы
Педиатр – һәр беребеҙҙең тәүге табибы

Юлиә Флорид ҡыҙы Йонос дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡый. Класташтары һөнәр һайлаған ваҡытта ул, һис икеләнеп тормай, ғүмерен медицинаға бағышларға ҡарар итә. Ата-әсәһе ҡыҙҙың уй-теләктәрен хуплай, сөнки әсәһе лә оҙаҡ йылдар медицина өлкәһендә шәфҡәт туташы булып эшләй. Юлиә ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алғас, Башҡорт медицина университетына уҡырға инә.
“Педиатрия” бүлегендә уҡығанда, Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһында тәжрибә туплай. Ағымдағы йылда “Неврология” һөнәре буйынса ординатура тамамлай һәм табип-невролог вазифаһын да башҡара.
Педиатр эше күп йүнәлештәр-ҙе берләштерә. Әгәр ҙә башҡа табиптарға бер генә пациент мөрәжәғәт итһә, педиатрға, кәм тигәндә, ике кеше килә – бала һәм әсә, йәиһә атаһы, өләсәһе, олатаһы оҙатып йөрөй. Табипҡа ышанһындар өсөн һәр ҡайһыһы менән һөйләшергә, тынысландырырға, ҡыҙыҡһындырырға тура килә, сөнки был уңышлы дауаланыуҙың отошло ысулы. Педиатр – табип ҡына түгел, ул педагог та, психолог та, сыҙамлы тыңлаусы ла.
– Өлкәндәр менән сағыштырғанда, балалар– бөтөнләй икенсе донъя, улар һәр ваҡыт алсаҡ, – тип һөйләй Юлиә Флорид ҡыҙы. – Йылмайып килеп ингән пациентты күреү – оло бер шатлыҡ.
Йәш табип әйтеүе буйынса, балалар менән эшләү күңеллерәк, улар арыуҙан һәм бөткөһөҙ мәшәҡәттәрҙән арындырып, артабан да эшләү өсөн көс бирә.
– Табип эше яҡшы мөнәсәбәт талап итә, шулай уҡ ҙур яуаплылыҡ та, – ти Юлиә Дилмөхәмәтова. – Һәр табип пациенттың хәл-торошона ҡарап ҡабул иткән, уның ғүмерен һаҡлап алып ҡалған ҡарары өсөн үҙе яуап бирә. Эштә иң төп талап – бер пациент яҙмышына ла битараф булып ҡалмау, һәр кешегә иғтибарҙы бүлеү, үҙ эшеңде еренә еткереп эшләү, сирле кешегә тиҙ һәм теүәл ярҙам итеү.
Өйҙә йәш ҡатынды һәр яҡлап ярҙам итергә әҙер торған хәстәрле тормош иптәше Айсыуаҡ, кескәй ҡыҙҙары Адель һағынып көтөп тора.
Юлиә Флорид ҡыҙы табип һөнәрен һайлағанға үкенмәй: “Балалар поликлиникаһында коллектив яҡшы, һәр береһе ярҙам ҡулын һуҙа, кәңәш бирә”, – ти ул. Бөгөн педиатр “Ауыл табибы” программаһы буйынса матди ярҙамға документтар йыя.

Автор:Лариса РИЗВАНОВА